+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2019, 11:23

«Бүздәк» консерва комбинаты етештереү ҡеүәтен арттыра

Инвестиция проекты тормошҡа ашыу менән предприятиеның ил баҙарындағы өлөшө тағы 5 процентҡа артасаҡ. Әле “Пищепром” йәмғиәте продукцияһы Рәсәйҙең 37 төбәгендә 30 меңдән ашыу сауҙа үҙәгендә тәҡдим ителә.

Инвестиция проекты тормошҡа ашыу менән предприятиеның ил баҙарындағы өлөшө тағы 5 процентҡа артасаҡ. Әле “Пищепром” йәмғиәте продукцияһы Рәсәйҙең 37 төбәгендә 30 меңдән ашыу сауҙа үҙәгендә тәҡдим ителә. Ай һайын 2 мең тоннанан ашыу аҙыҡ-түлек етештерелә. Был һандарҙы арттырыу мәсьәләһе бөгөн “Инвестиция сәғәтендә” ҡаралды.
Предприятие әле өс тиҫтәнән ашыу төрлө продукция етештерә. Уларҙы тағы ла арттырыу өсөн майҙандар етеңкерәмәй. Етештереү һәм һаҡлау шарттарын арттырғанда производствоны өс ярымға арттырыу мөмкинлеге бар. Ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн йәмғиәт 2 миллиард 9 йөҙ миллион һум аҡса тотонорға иҫәп тота.
Дәүләт яғынан һалым ташламалары һәм ауыл хужалығын үҫтереү программаһына индереү һорала. Үҙ сиратында республика өҫтәмә эш урындары, урындағы фермерҙар продукцияһына һорау һәм ҡаҙнаға килем аласаҡ.
Читайте нас: