Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы яңы йыл каникулдарына тура килгән шәмбе һәм йәкшәмбе ялдарын 4 һәм 5 майға күсереү тураһында проект әҙерләгән.
2020 йылда Ватанды һаҡлаусылар, Ҡатын-ҡыҙҙар, Еңеү һәм Рәсәй көндәрен билдәләгәндә өсәр көнлөк ял ҡаралған. Шулай уҡ 1-8 ғинуарҙа һәм 1 майҙан 5-енә тиклем ял булыуы көтөлә.
Быйыл да оҙайлы ялдар бар. Сираттағыһы, Бөйөк Еңеү көнөнә бәйле иртәгәнән 12 майға тиклем була.