+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2019, 16:31

Мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт киләһе оҙайлы ялдар тураһында иҫкә төшөрҙө

Рәсәй көнөндә ял бер генә көн – 12 июнь.

Ноябрҙә рәсәйҙәрҙе ағымдағы йылда һуңғы оҙайлы ялдар көтә, тип хәбәр итә РИА Новости.
«Ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан — 2 ноябрҙән 4-енә тиклем рәсәйҙәрҙе оҙайлы ялдар көтә», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәттә.
Рәсәй көнөндә ял бер генә көн – 12 июнь.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда йәшәүселәрҙе, төбәктә билдәләнгән бер нисә байрам булғанға күрә, өҫтәмә ял көндәре көтә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2019 йылда Башҡортостан халҡын 121 көн ял итә.
Шишәмбе 4 июнь — Ураҙа байрамы.
Йәкшәмбе 11 август — Ҡорбан байрамы. Тимәк, ял көнө дүшәмбе 12 авгусҡа күсерелә.
11 октябрь — Республика көнө — быйыл йомаға тура килә. Шулай итеп, Башҡортостанда йәшәүселәр өс көн рәттән: 11, 12 һәм 13 октябрҙә ял итә ала.
Читайте нас: