+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2019, 11:31

Башҡортостанда соҡорҙар менән көрәшкә яңы технологиялар ҡулланыла

Башҡортостан Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса таушалған юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн термобокстар һатып алды. Асфальтты заводтан сығарған температурала тейешле урынға алып барыу мөмкинлеге биргән ҡорамалдар биш районда эшләйәсәк. Улар ярҙамында эш күпкә тиҙәйәсәк. Сығымдар, хеҙмәт көсө лә кәметелә.

Башҡортостан Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса таушалған юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн термобокстар һатып алды. Асфальтты заводтан сығарған температурала тейешле урынға алып барыу мөмкинлеге биргән ҡорамалдар биш районда эшләйәсәк. Улар ярҙамында эш күпкә тиҙәйәсәк. Сығымдар, хеҙмәт көсө лә кәметелә.
Тәүге цикл яңылыҡ түгел. Юлдағы соҡорҙар бысраҡтан таҙартыла. Саңды өрҙөргәс ярылған асфальт өҫтөнә термойылытҡыс ҡуйыла. Ҙур үтеккә оҡшаған ҡоролма газ ярҙамында йылытыла. Уның аҫтында битум иреп йомшаҡ ҡатнашмаға әйләнә.
Экономия күҙгә күренерлек, ти юлсылар. Йәғни, элекке шикелле асфальтт аҡтарып алып ташланмай. Икенсенән, аҙналар буйы битум ҡойорға тип әҙерләгән соҡорҙар ҙа ятмаясаҡ. Йылытылған урын тигеҙләнә һәм етмәһә, термобокстан яңыһы өҫтәлә.
Термобоксты тәгәрмәстәр өҫтөндәге асфальт-битум заводы тиергә лә мөмкин. Автономлы ҡоролма ҡатнашманы йылыта ла, юғары температурала һаҡлай ҙа ала.
Яңы технология ярҙамында юлды һыуыҡта ла төҙөкләндерергә мөмкин. Юл япмаһы, ҡулланыласаҡ битум да юғары температураға еткерелгәс көндәрҙең яҡшырыуын көтөп тормайынса, эште иртәрәк башларға була, ти белгестәр. Әле бындай ҡорамалдар республиканың биш юл ремонтлау идаралығында эшләй.
Юлдағы соҡорҙарҙың 67 проценты ямалған. Май башынан ғына республикала 115 меңдән ашыу соҡор ремонтланған. Эш планға ярашлы бара. Әммә ихата эсендәге юлдарҙы ла оноторға ярамай, тине Радий Хәбиров.
Төбәктә яңы эшләй башлаған "Юл эксперты" мобиль ҡушымтаһы ла эште тиҙләткән. Ремонтланған соҡорҙарҙың 20 меңгә яҡыны тап ошо ҡушымта аша асыҡланған. Ләкин республика күләмендә был һандар бик аҙ. Таушалған юлдарҙы асыҡлауға халыҡты әүҙемерәк йәлеп итергә кәрәк, тине Радий Хәбиров.
Читайте нас: