+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2019, 19:15

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы республика башлығын һайлау көнөн 8 сентябргә билдәләргә ниәтләй

Республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары 30 майҙағы пленар ултырышта Башҡортостан башлығын һайлау тураһында ҡарар ҡабул итә.

Республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары 30 майҙағы пленар ултырышта Башҡортостан башлығын һайлау тураһында ҡарар ҡабул итә. Уны 8 сентябргә тәғәйенләү күҙ уңында тотола. Һайлау тураһында республика кодексының 10-сы статьяһына ярашлы, республика башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатҡан осраҡта, һайлау сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә уҙғарыла.
Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, быйылғы һайлау республика тормошонда мөһим ваҡиға булып тора, сөнки республиканың артабанғы социаль-иҡтисади үҫешен күп осраҡта юғары вазифалы кеше билдәләй.
«Башҡортостан Башлығы биш йылға һайлана. Ул 30 йәштән өлкәнерәк Рәсәй Федерацияһы гражданы булырға, федераль закондың вазифаға дәғүә иткән кандидаттарға ҡуйған талаптарына тап килергә тейеш. Һайлау йәшерен тауыш биреү юлы менән тиң һәм тура һайлау хоҡуғы нигеҙендә уҙғарыла», — тип билдәләне парламент спикеры.
Читайте нас: