-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2019, 11:08

Башҡортостанда юғары вазифа биләүсе полиция хеҙмәткәре ришүәт алыуҙа ғәйепләнә

Уҡыуҙан ҡыуҙыртыу менән янап ришүәт. Юғары вазифа биләүсе полиция хеҙмәткәре танышының ҡыҙын хоҡуҡ институтының көндөҙгө бүлегенә күсереү өсөн 450 мең һум ришүәт һораған.

Уҡыуҙан ҡыуҙыртыу менән янап ришүәт. Юғары вазифа биләүсе полиция хеҙмәткәре танышының ҡыҙын хоҡуҡ институтының көндөҙгө бүлегенә күсереү өсөн 450 мең һум ришүәт һораған.
Үҙе хоҡуҡ һағында тороусы ир уҡытывусыларға түләргә кәрәклегенә ишаралай. Эске эштәр министрлығының оператив бүлеге етәксеһенең элекке урынбаҫары аҡса тапшырылған ваҡытта ҡулға алына. Тәүҙә ул 450 мең һораһа, һуңынан ришүәт күләмен 3 йөҙ меңнгә тиклем кәметә. Йәнәһе лә был аҡсаларҙы ул уҡытыусыларға тапшыра.
Ысынында иһә полицияның элекке хеҙмәткәренең бындай мөмкинлеге булмаған да. 37 йәшлек ир ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа ғәйепләнеп 3 йылға һынау ваҡыты менән ике йылға иркенән мәхрүм ителде.
Читайте нас: