Эксперттар 5 май кисендә Мәскәүҙең "Шереметьево" халыҡ-ара аэропортында "Сухой Суперджет" пассажир лайнеры яныуы сәбәптәрен атаны.
Самолет ерҙән һауаға айырылып, 15 минут үткәс, уның ал яғын йәшен атҡан. Махсус системалар генераторҙарҙы һүндергән, электр тәьминәте аккумуляторҙарға күскән. Пилоттар осош менән тура идара итеү режимына күскән. Был критик ситуация тип һаналмай - SSJ-100 менән ҡулланыу әсбабы быға рөхсәт бирә. Самолет осоуын дауам итә ала.
Белгестәр һәләкәткә пилоттар ғәйепле тиҙәр. Улар осоу-ултырыу һыҙатына төшөр алдынан лайнерҙың тиҙлеген саманан тыш артыҡ иткән һәм руль-элерондарҙы үтә текә режимға - пикированиеға күсергән. Параметрҙарҙы үҙе яҙыусы прибор мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Денис Евдокимов менән Максим Кузнецов самолетты икенсе тырышлыҡтан ултырыу һыҙатына йүнәлткән. Прибор һәм вертикаль тиҙлек бар норматив талаптарға ярашлы һаҡланған. Тик пилоттар ҡул режимында идара иткән, автопилот һәм тартым автоматы эшләмәгән. Ошо сәбәпле улар тәүҙә ултырыу-осоп китеү һыҙаты башындағы "ҡундырыу" нөктәһенә ултыра алмаған. Артыҡ тиҙлек арҡаһында самолет һыҙат өҫтөнән осоуын дауам иткән. Шуға ҡарамаҫтан, ВПП уртаһында пилоттар лайнерҙы ерҙә "ҡыҫҡан". Бер үк мәлдә тормозлау реверсы эшләй башлаған - двигателдәрҙең көсө арттырылған һәм шул мәлдә "Суперджет" саманан тыш артыҡ прибор һәм вертикаль тиҙлектә һыҙатҡа бәрелгән. Шасси ҡыҫылған һәм кире яҙылып, самолетты һикерткән - "козел" төшөнсәһе барлыҡҡа килгән. Ҡанаттар артында урынлашҡан шасси терәктәре яғыулыҡ бактарын тишкән һәм ағып сыҡҡан кәрәсин янғын сығарған.
Әле тәфтишселәр пилоттарҙың кемеһе һәләкәткә килтергән маневрҙар яһағанын асыҡлай. "Суперджет"тың бейеклек рулдәре ике тотҡа - сайдстиктар менән идара ителә. Уларҙың сигналдары борт компьютеры аша үтә, шуға күрә лә кем ғәйепле икәне тиҙҙән билдәле буласаҡ.