+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2019, 14:08

Республиканан 214 мең бурыслы сит илгә сыға алмаған

2019 йылдың башынан Башҡортостандың суд приставтары 214 мең самаһы бурыслыға Рәсәй биләмәһенән ситкә сығыуҙы тыйған.

2019 йылдың башынан Башҡортостандың суд приставтары 214 мең самаһы бурыслыға Рәсәй биләмәһенән ситкә сығыуҙы тыйған. Суд приставтары федераль хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быға кредит һәм алимент, ЮХХДИ штрафтары һәм һалым буйынса бурыстар сәбәпсе.
«Әгәр штраф буйынса бурыс 30 мең һум һәм унан күберәк икән, сәйәхәткә рөхсәт бирелмәй. Ошондай күңелһеҙ осраҡ булмаһын өсөн үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың бурысы бармы-юҡмы икәнен тикшерергә кәрәк, – тип белдерҙеләр төбәк ведомствоһында. – Ағымдағы йылдың биш айында приставтар сит илгә сығыуҙы сикләү тураһында 110 мең ҡарар сығарған».
Бурыстар хаҡында Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы сайтында йәки бурыслының теркәлгән урыны буйынса суд приставтары бүлегендә белергә мөмкин.
Читайте нас: