Мәскәү өлкәһендә контракт буйынса хәрби бурысын үтәргә тейеш егет, рөхсәт алмайынса ял итергә Шишмә районына ҡайтып китә.
Тыуған яғында ул урам һепереүсенең 7 мең һумлыҡ кеҫә телефонын урлай.
Ефрейторға ҡарата ике енәйәт эше ҡуҙғатылды. Суд ҡарары буйынса ул бер йыл колонияла буласаҡ.