Ошо туралағы документ парламенттың урындағы үҙидаралыҡ, граждандар йәмәғәтселеге институтын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш комитеты тарафынан ҡаралды. Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, ауылдарҙа йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусылар бар, тик уларға вазифа бирелмәгән.
Староста урындағы власть органы һәм халыҡ менән бергә һайлап ҡуйыла, ул ике йылдан биш йылға тиклем эшләйәсәк. Хеҙмәт хаҡы түләнмәй. Ҡанун буйынса уларҙы уҡытыу, конкурс үткәреү күҙаллана. Ҡоролтай депутаттары "Башҡортостан ауылдарында старосталар" хаҡындағы закон проектын 30 майҙа ҡараясаҡ.