+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Май 2019, 11:21

Рәсәйҙә йыл һайын 4 меңләп бала һәләк була

Был турала бөгөн балалар омбудсмены Анна Кузнецова Өфөлә, Дәүләт Советының "Социаль сәйәсәт" буйынса эш төркөмө ултырышында белдерҙе. Был эш төркөмөнөң өсөнсө ултырышы, тәүге икәүһе Мәскәүҙә үткәйне, унда "Демография" милли проектын тормошҡа ашырыу юдары тикшерелә.

Был турала бөгөн балалар омбудсмены Анна Кузнецова Өфөлә, Дәүләт Советының "Социаль сәйәсәт" буйынса эш төркөмө ултырышында белдерҙе. Был эш төркөмөнөң өсөнсө ултырышы, тәүге икәүһе Мәскәүҙә үткәйне, унда "Демография" милли проектын тормошҡа ашырыу юлдары тикшерелә. Мәғлүм булыуынса программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән, уны финанслау күләме 3 триллион ярым.
Көл-күмергә ҡалған йорт-ҡаралтыны тергеҙергә лә, донъя малы тупларға ла мөмкин. Тик үлгәндәрҙе генә кире ҡайтарып булмай. Йыл башынан ғына республикала утта ете баланың ғүмере өҙөлгән. Тағы 4 бала юл-транспорт фажиғәләрендә һәләк булған. Балалар омбудсмены Анна Кузнецова белдереүенсә, Рәсәй йыл һайын 4 меңләп баланы, йәғни сағыштырып әйткәндә бер нисә мәктәпте юғалта. Статистика мәғлүмәттәре аяуһыҙ, үткән йәй генә ойошторолмаған ял арҡаһында 500-гә яҡын бала һәләк була. Үҫеп килгән быуындың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү төп бурыстарҙың береһе, ти Анна Кузнецова.
Анна Кузнецова, Рәсәй президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил: “Үткән йәй беҙ 42 мең тирәһе обьектты тикшерҙек, 7 мең тирәһе етешһеҙлек таптыҡ. Улар балаларҙың һәләкәтенә килтереүе ихтимал. Демографик үҫешкә ҡамасаулаған башҡа сәбәптәр ҙә бар - социаль яҡлауҙың етешмәүе, йәғни пособиеларҙың түбән булыуы, мәктәпкәсә учреждениелар менән проблема, закон буйынса ҡаралған хеҙмәттәр, йә аҡсаны ла алып булмау һәм башҡалар. был проблемалар комплекслы хәл итеүҙе көтә, һәр төбәктең үҙенә генә хас проблемалары ла бар”.
Милли проектта уртаса ғүмер оҙонлоғон 67 йәшкә тиклем еткереү хаҡында ла һүҙ бара, әммә тәү сиратта медицина хеҙмәтләндереүенең сифатын күтәреү мотлаҡ. Шул ваҡытта үлем күрһәткесе тыуымдан түбәнерәк буласаҡ. Эш төркөмө ағзаһы Рәмилә Хәсәнова фекеренсә, демографияны яҡшыртыу оҙайлы һәм күп яҡлы эшмәкәрлек талап итә. Әлеге күрһәткестәргә килгәндә уларҙы үткән быуат аҙағының ауазы тип әйтергә мөмкин.
Эш төркөмө етәксеһе Андрей Никитин фекеренсә, әле төбәктәрҙең уңышлы эш алымдарын өйрәнеү, башҡаларға таратыу, проблемаларҙы асыҡлау бара. Бәләкәй генә миҫал, Башҡортостан мәктәптәрендә индерелгән "Ғаилә нигеҙҙәре" дәрестәрен башҡа субьекттарға ла үҙләштереү кәрәк. Бынан тыш республикала адреслы ярҙам яйға һалынған, 30 йүнәлештә эш алып барыла.
Андрей Никитин, Дәүләт советының "Социаль сәйәсәт" буйынса эш төркөмө етәксеһе: “Эш төркөмөнөң төп маҡсаты һәр төбәктең уңышлы эш алымдарын өйрәнеп, проблемаларҙы асыҡлап дөйөм ҡарар ҡабул итеү. Был резолюциялар Рәсәй Президентына тапшырылған докладта урын аласаҡ”.
Рәсәй халҡының 30 проценты ғына әлеге ваҡытты бала табыу өсөн уңайлы тип иҫәпләй. Мәҫәлән, былтыр илдә миллион ярым сабый донъяға килһә, 600 меңгә яҡын аборт яһалған. Йәғни тулы бер быуын юҡҡа сыҡҡан тип әйтергә мөмкин. Йәғни күп йәштәр ғаилә ҡороуҙан, ишле бала табыуҙан ҡурҡа. Ултырышта билдәләнеүенсә, күп бала табыу ғәҙәти күренешкә әйләнмәй тороп проблема хәл ителмәйсәк, ә бының өсөн шарттар булыуы мөһим. Демографияны яҡшыртыу юл һалыу, йә обьект төҙөү һымаҡ түгел, ул күп яҡлы, оҙайлы эш талап итә. Ә республикала өлгө алырлыҡ миҫалдар бихисап, мәҫәлән туғыҙ бала үҫтергән Ҡорманаевтар һымаҡ. Улар тормоштоң бар матурлығын сабыйҙарында күрә.
Читайте нас: