+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Май 2019, 19:16

“Салауат йыйыны” батырына – ат!

8 июндә Салауат районында милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 265 йыл тулыуға арналған фольклор байрамы үтә.

8 июндә Салауат районында милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 265 йыл тулыуға арналған фольклор байрамы үтә.
Салауат йыйыны – ябай байрам түгел, рухи тамырҙарҙы юллау, асылыбыҙға ҡайтыу, ти яҙыусы Сәрүәр Сурина. Ул беренсе “Салауат йыйыны”ның сценарий авторы булған.
Сәрүәр Сурина, яҙыусы :
- Бөгөнгө йыйындар – ул милли халыҡ сәнғәтенең иң юғары ҡаҙаныштарын туплаған фольклор байрамына әйләнде. 21 - се быуатта беҙ йыйын йыйып, иң яҡшыларыбыҙҙы күрәбеҙ, уны ил тарихына арнайбыҙ икән, бер ҙә насар түгел.
“Салауат йыйыны”нда “Салауат әйтеше”, “Салауат йыйыны батыры”, “Салауат уғы” конкурстары үтә. Байрам тарихында беренсе тапҡыр еңеүсегә башҡорт аты бүләк ителә.
Читайте нас: