+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Май 2019, 11:55

Төбәктә ҡырау һәм ҡар ҡатыш ямғыр фаразлана

Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 17 майҙа төбәктә көн аяҙлы-болотло була. Айырым райондарҙа ҡойма ямғыр, йәшен, боҙ-борсаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 9-14 метр, көсәйгәндә — секундына 17-22 метр. Һауа температураһы көндөҙ — 14-16 градус.
18 майҙа урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр. Төндә төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа ҡар ҡатыш. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә — 2-7 градус йылы. Урыны менән минус 2-гә тиклем һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин. Һауа температураһы көндөҙ — 10-15 градус.
19 майҙа Башҡортостанда урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Төндә төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа ҡар ҡатыш. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә — 0-5 градус йылы. Урыны менән минус 5 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин. Көндөҙ — 8-13 градус.
Читайте нас: