0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2019, 13:03

Башҡорт теленән диктант яҙыу республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә үтте

Быйыл башҡорт теленән диктант яҙыу бөтә халыҡ байрамына әйләнде. Ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә генә түгел, бәләкәй ауылдарҙа ла кешеләр үҙ белемдәрен һынаны.

Әбйәлил районы Ишбулды ауылы халҡы башҡорт теленән диктантты урындағы мәктәптә яҙҙы. Иң тәүҙә сарала ҡатнашырға 26 кеше генә теләк белдереп интернетта теркәү үткән. Уларҙың күбеһе уҡыусы балалар. Шулай ҙа акция үтәсәк көндө белем биреү усағындағы кабинет халыҡ менән тулған. Йәштәр менән бергә оло быуын вәкилдәре лә диктант яҙыуға әүҙем ҡушылған.
Кушнаренко районында халыҡ-ара акция барлыҡ 11 мәктәптә лә ойошторолдо. Үҙәк майҙансыҡ тип район үҙәгендәге 1-се һанлы белем усағы һайланды. Диктант яҙыуҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары ла, урындағы башҡорт ҡоролтайы ағзалары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, шулай уҡ 7-11 синыф уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты. Барлығы тикшереүгә 200-ҙән ашыу диктант оҙатылды.
Халыҡ-ара башҡорт теле диктантында силәбеләр ҙә әүҙем ҡатнашты. Милләттәштәребеҙ өлкәнең 20 ҡала һәм район үҙәктәрендә башҡорт теленән белемен һананы. Силәбелә диктант ҡаланың дәүләт университетының Шәрҡиәт һәм Евразия факультеты бинаһында үтте. Был уҡыу йорто менән һуңғы осор башҡорт милли ойошмалары тығыҙ эшләй: башҡорт теле уҡытыусылары ултырышы уҙҙы, Зайнулла ишанға арналған уҡыуҙар бында ойоштороу планлаштырылған, башҡорт теле бүлеген асыу ҡаралған. Силәбе өлкәһендә башҡорт теленән диктант бишенсе тапҡыр үтә. Быға тиклем ул, башлыса Златоуст ҡалаһында уҙғарылып килһә, ике йыл уңайы өлкә кимәленә сыҡты
Читайте нас: