-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2019, 13:00

Башҡортостан мәктәптәрендә аҙнаның аҙаҡҡы көндәрен балаларға әхлаҡи тәрбиә биреүгә бағышлаясаҡтар

Был турала халыҡ-ара Ғаилә көнөндә Башҡортостанда өсөнсөгә үткән ата-әсәләр форумында белдерҙеләр. Илдә 6 миллиард һумдан ашыу ваҡ аҡса әйләнештә. Ҡыҙыҡ инде, тотош Рәсәйҙә 6 миллиард һум ваҡ аҡса ҡулланышта, ә бер генә именлек хеҙмәте полковнигы фатирында 12 миллиард һум табалар. Аҡыл менән Рәсәйҙе аңламаҫһың. Киләсәк өмөтһөҙ кеүек тойола бындай мәлдә. Шуға күрә бала саҡтан уҡ ышаныс уятырға, намыҫ: тәрбиәләргә кәрәк.

Устарында балсыҡ, йөҙҙәрендә йылмайыу. Дәүләкәндән Гөлназ менән Айнур Ҡорманаевтар үҙ бәхеттәрен үҙҙәре ҡора. Тормош йәмен бала тәрбиәләүҙә күрә улар. 4 ул һәм биш ҡыҙға ғүмер бүләк иткәндәр. Ғаилә республика кимәлендә ойошторолған төрлө конкурс, фестивалдәр лауреаттары, әүҙем йәмәғәт эше лә алып бара. Республика ата-әсәләр форумына саҡырыу алғас та, йәш әсә һис тә икеләнмәй ҡатнашырға ризалыҡ белдерә. Сөнки осрашыуҙа күтәрелгән тема тап мәктәп һәм тәрбиә мәсьәләһенә ҡағылды
Гөлназ Ҡорманаева, Республика ата-әсәләр форумында ҡатнашыусы: “Балаларыма яҡшы булһын өсөн шәмбеләрҙең ял булғаны бик тә кәрәк. Сөнки улар һәләттәрен аса. Кем бейеүгә, кем гимнастикаға, кем футболға йөрөй”.
Сентябрҙән республикала биш көнлөк уҡыу аҙнаһына барлыҡ синыфтар ҙа күсәсәк, әлегә үҙгәреш башланғыс һәм урта синыфтарға ғына ҡағыла. Форумда тап шәмбене балалар өсөн файҙалы һәм мауыҡтырғыс уҙғарыу юлдары ҡаралды. Улар айырым тематикаға арналырға тейеш. Әйтәйек, сәләмәтлек көнө, патриотик, туристик шәмбеләр. Белгестәр билдәләүенсә, яңылыҡ уҡыусыларҙы шәхес булараҡ тәрбиәләү мөмкинлеге бирә.
Лилиә Халиҡова, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының педагогика һәм психология кафедраһы мөдире: “Беҙгә хас күренеш, күберәк уҡыуға, предметтарға, дисциплинаға таяналар балалар үҫешкәндә. Ләкин шәхес үҫтергәндә беҙ тик предметҡа ғына таянып, үҫтерә алмайбыҙ шәхесте. Шәхестең ниндәйҙер кимәлдә зәғифләнеүе лә мөмкин. Сөнки ул бик предметтарҙы белә, бик шәп, ләкин аралаша белмәй, һөйләшә белмәй”.
Башҡортостандың хозур урындары буйлап походтар, экскурсиялар ойоштороу, төрлө экологик акцияларҙа ҡатнашыу - был үҙенә күрә балаларҙың фекерләү ҡеүәһен, милли үҙаңын үҫтереүгә ярҙам итәсәк. Уҡыу йылының 8 шәмбеһе тематик форматта ойоштороласаҡ.
Руфина Шаһапова, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары: “Тыуған яғыңды сығып ҡарап, өйрәнеү. Экскурсиялар ойоштороу ниәтләнә. Сүп-сарға икенсе ғүмер биреү программаһын өйрәтеү. Шәмбе ҡул эштәренә арнау мөмкин булыр, бәлки”.
Бөгөн балалар күп ваҡытын виртуаль тормошта үткәрә. Шуға күрә бушап ҡалған шәмбеләрҙе психология, стрессҡа ҡаршы тороу буйынса дәрестәр менән тултырыу ҙа ниәтләнә. Тематик сараларға ата-әсәләрҙе йәлеп итеү ҙә планлаштырылған. Улар ҙа мәктәп тормошо менән ҡайнап йәшәргә бурыслы. Әйткәндәй, өлкәндәр саралар планын төҙөүҙән дә ситтә ҡалмай.
Лариса Рәхимова, Республика ата-әсәләр форумында ҡатнашыусы: “Беҙ ваҡыт етмәй тибеҙ, эш күп тибеҙ. Ысынында ла шулаймы? Әллә һылтанабыҙмы икән быға? Ә бына шәмбеләрҙе балалар менән уҙғарһаҡ, балалар өсөн дә, беҙҙең өсөн дә файҙалы буласаҡ. Бер-беребеҙҙе күберәк күрәсәкбеҙ, бер-беребеҙ тураһында күберәк беләсәкбеҙ”.
Рухлы быуын тәрбиәләү маҡсатында этно-мәҙәни шәмбеләр ҙә ойоштороласаҡ. Уның төп бурысы - мәктәп уҡыусыларында сәнғәткә, халыҡ ижадына, йола, ғөрөф-ғәҙәттәргә һөйөү тәрбиәләү, балалар һәм үҫмерҙәрҙең һәләттәрен асыу.
Башҡорт киноһы көнө, ғаилә ҡиммәттәре фестивале, милләт-ара һабантуйҙар уҙғарыу тәҡдимдәре яңғыраны. Шәмбе сәйәхәттәре ойоштороу өсөн ташламалар, транспорт менән тәьминәт һоралды. Мәғариф учреждениеларында түңәрәктәр эше лә йәнләнергә тейеш.
Миңдеғәфүр Зәйнетдинов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: “Ҡайҙа ҡурай, ҡайҙа бейеү, йырға өйрәтәләр. Әммә элекке кеүек түгел. Юғалып ҡалғайны. Бына хәҙер шундай форсат сыҡты, Алла бирһә, шәмбе көндәрендә һәр бер мәктәптә, һәр бер ауылда, ҡалала рәхәтләнеп бөтә нәмәгә өйрәнеп була”.
Тематик шәмбеләр уҙғара башлау тәҡдимен Радий Хәбиров та хупланы. Республика етәксеһе күберәк спортҡа иғтибар биреү яҡлы. Ярыштарҙа ҡатнашыу балаларҙа сәм уятасаҡ, тине ул.
Радий Хәбиров, Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Если педагогический коллектив организует интересную субботу, дети сами будут проситься сделайте нам это, сделайте это. Сейчас мы прошли этап обсуждения. Правительство не навязывает муниципалитетам какой-то перечень суббот. Каждая школа сама принимает решение. задача другая - хорошо ее организовать. Общими усилиями сделаем так, чтобы прошла одна суббота, она же раз в месяц, чтобы они ждали следующую субботу, жили этим, рассказывали друг другу, восхищались”.
Республика ата-әсәләр форумы тәүге тапҡыр 2017 йылда уҙғарылғайны. Күләмле сараның төп маҡсаты - власть, мәктәп һәм ата-әсәләр араһында бәйләнеште нығытып, мәғариф системаһын камиллаштырыу. Рәсәйҙең балалар омбудсмены Анна Кузнецова ла үҙ сығышында тематик шәмбеләрҙе ҡеүәтләп сыҡты.
Анна Кузнецова, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил: “Балалар, ата-әсәләр ҡатнашлығында үтәсәк шәмбеләргә бәйле тәҡдимдәрҙе тыңлағандан һуң, шул тиклем ҙур әүҙемлек булһа, ҡайһы бер йомаларҙы ла шәмбе тип иғлан итер кәрәк тип уйланым. Сөнки ҡыҙыҡлы инициативалар күп. Уларға ихтыяж да юғары. Башҡортостанда ғаилә министрлығының булыуы ғына ла ғаилә сәйәсәтен алып барыуҙа дөрөҫ йүнәлештәр ҡуйылыуы хаҡында һөйләй”.
Пионерҙар, комсомолдар, Тимур командалары. - Советтар Союзында улар һәр кемгә өлгө булырҙай уҡыусылар, йәштәр була. Бөгөн иһә республикала ирекмәндәр хәрәкәте, төрлө патриотик ойошмаларҙың эше йәнләнеүе ҡыуандыра. Шәмбе көндәре белем усаҡтарында балаларға шәхес булараҡ үҫергә, һәләттәрен камиллаштырырға яңы мөмкинлектәр асылыр тип көтөлә.
Читайте нас: