+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Май 2019, 13:01

Республика янғын һүндереүселәренең сираттағы ярышы үтте

Йорттоң 33-сө ҡатына баҫҡыста күтәрелеү. Бөгөн республика янғын һүндереүселәренең сираттағы ярышы үтте. Был юлы һөнәрмәндәр Өфөнөң иң бейек нөктәләренең береһенә үрмәләне.

Янғын һүндереүселәрҙе көндөң ел-ямғырлы булыуы ла ҡурҡытмай. Улар ысын мәғәнәһендә сынығып та бөткән тиһәң дә була. Һәр кемдең иңендә кәмендә биш йыллыҡ тәжрибәһе бар. Янғын һүндереүсе күптәр өсөн был һөнәри династия. Рөстәм Шафиҡов был өлкәлә мәҫәлән, 2008 йылдан эшләй. Уның күп кенә туғандары янғын һүндереү һағында эшләй. Шуға ла һөнәр һайлау уға ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған.
Барлығы ярышта туғыҙ тиҫтәнән ашыу янғын һүндереүсе ҡатнашты. Улар республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән. Сара ниндәйҙер ауырлыҡ тыуҙырманы. Бары тик улар янғын һүндереүҙә ҡулланылған әйберҙәр менән ҡоралланып юғарыға үрмәләне. Ә ул 20 килограмдан да кәм түгел.
Шулай ҙа, Хәйбулла районы егете бәйгеселәрҙең алдынғылар рәтенә инде. Илһам Рәхмәтовтың 33 ҡатлы йортҡа менеү ваҡыты 4 минут та 35 секундты тәшкил итте. Еңелдән түгел ине, әлбиттә. Араларында хәлдән тайып тигәндәй юғарыға менеүселәр булды.
Янғын һүндереүселәр баш ҡаланың иң бейек нөктәләренең береһендә ярышты. Уларға 33 ҡатлы бинаның ҡыйығына тиклем менеү бурысы ҡуйылды. Бындай арыуыҡты үтеү әле республикала ойошторолғаны юҡ ине.
Читайте нас: