-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2019, 11:04

Башҡортостандың 50 предприятиеһы хеҙмәт етештереүен арттырыу милли проектына инәсәк

Уға ярашлы компаниялар етештереү процесын тиҙләтеп эш шарттарын яҡшыртырға, технологияларҙы камиллаштырырға тейеш. Үҙ сиратында дәүләттән ташламалы кредиттар һәм башҡа уңайлыҡтар аласаҡ. Милли проектҡа ингән предприятиеларҙың береһе баш ҡалала урынлашҡан "НефтеГазИнжиниринг" йәмғиәте. Ойшманың үҫеш мөмкинлектәре менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡыҙыҡһынды.

Йәғни, тәгәрмәстәр өҫтөндәге счетчик. Нефттең күпме сыҡҡанын, нисек сарыф ителгәнен тикшереү өсөн. Әле цехтарҙа ике бункер йыйыла. Мобиль иҫәпләү ҡорамалдары йыйылып бөтөү менән КАМАЗ шассиһына беркетелеп нефть сығарыу компанияларына оҙатыласаҡ. Ә быныһы инде күп функциялы станция. Нефть сығарыласаҡ урынға уны барлыҡ агрегаттары менән әҙер килеш алып барып ултырталар.
Предприятие бындай комплекстарҙы тулыһынса үҙе етештергән деталдәрҙән йыя. Бер ошондай йортто әҙерләү өсөн ярты йылға тиклем ваҡыт талап ителә. Әммә уның ике айы тиерлек ҡағыҙ, проектлау эштәренә китә.
Тиҙҙән эш процессын тиҙләтеү мотлаҡ шарт буласаҡ. Предприятие илдең хеҙмәт етештереүен арттырыу милли проектына ингән. Уға ярашлы, эш барышы күпкә әүҙемләштерелергә һәм сығарылған продукция ла артырға тейеш.
Айҙар Нәсибуллин, "Нефтегазинжиниринг" предприятиеһы генераль директоры: “Етештереү ваҡыты ҡыҫҡартылыу менән сығарылған продукция күләме лә лә артасаҡ. Һөҙөмтәлә эш хаҡы ла артыр тип көтөлә. Икенсенән, хеҙмәт көсөнөң дә бушытылыуы күҙаллана. Уларҙы беҙ яңы ҡорамалдар етештереүгә, фәнни-техник эшмәкәрлеккә йәлеп итә аласаҡбыҙ”.
Предприятиелар үҙ сиратында дәүләттән ярҙам ала. Ташламалар ҙа хеҙмәт етештереүен арттырыуға йүнәлтелгән.
Айрат Фәхретдинов, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары: “Милли проектҡа ингән предприятиелар байтаҡ ташламалар ала. Мәҫәлән, хеҙмәткәрҙәрҙең белем камиллаштырыу, субсидиялар, түбән процентлы кредиттар алыу мөмкинлеге бирелә. Шулай уҡ донъя баҙарына сығыу буйынса ла ярҙам күрһәтеләсәк”.
Бындай преференциялар республиканың 50 предприятиеһына биреләсәк. Милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 170 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Был иһә республиканың иҡтисади үҫешенә ҙур этәргес бирәсәк.
Читайте нас: