+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2019, 11:06

Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы бушлай бүленгән ер участкаһы урынына аҡсалата түләү тәҡдим итә

Был турала бөгөн, Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңшмәлә белдерелде. Һүҙ ишле һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр хаҡында бара, республикала ер участкаһына сиратта 18 мең тирәһе кеше тора. Кәңәшмәлә шулай уҡ ауыл юлдарына ҡомташ түшәү, эш хаҡы буйынса бурыстарҙы ҡаплау проблемалары ла ҡаралды.

Маргарита Шаһиева компьютерҙан ергә сиратын ҡарап ҡына тора, тик алға китеш юҡ. Бындай тиҙлек менән барһа участканы хаҡлы ялға сыҡҡас ғына алырға мөмкин, ти ишле бала әсәһе. Өс бала тәрбиәләгән ғаилә әле ата-әсәһенең фатирында йәшәй. Шаһиевтарҙың бар теләге айырым сығып үҙаллы тормош башлау.
Йылдар буйы ергә сиратта торғандар бер Шаһиевтар ғына түгел, республикала уларҙың һаны 8 меңдән ашыу. Бигерәк тә ҙур ҡалаларҙа сират яй ҡуҙғала, сөнки бүлерлек майҙандар етмәй. Ер булған төбәктәрҙә инженер селтәрҙәре үтмәгән, һөҙөмтәлә ҡола яландағы участкаларҙы хужалар һатырға мәжбүр була. Шуға әле ер участкаһы урынына аҡсалата түләү биреү мөмкинлеге ҡарала.
Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, әле башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһе өйрәнелә, мөмкинлектәр барлана. Ер участкаһы урынына аҡса граждандар үҙҙәре риза булғанда ғына биреләсәк.
Олег Полстовалов, Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы: “Берҙән, буш ер участкалары етешмәй, бигерәк тә ҙур ҡалалар эргәһендә. Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама янында бүлерлек майҙандар юҡ тиерлек. Мәҫәлән, баш ҡалала былтыр 44, 2018 йылда ни бары ике участка бирелгән, ә сиратта 7 меңдән ашыу ғаилә тора. Тағы бер проблема-инфраструктура, ҡола яланда биреүҙең фәтеүәһе юҡ, инженер селтәрҙәре булмаған ерҙә төҙөп булмай”.
Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, 1 июндән ауылдарға илткән автомобиль юлдарына ҡомташ түшәлә башлай. Быйыл 2 мең километрға яҡын араны тәртипкә килтереү ҡарала. Бындай ремонтты бөтәһе 11 мең километр юлда үткәреү талап ителә. Муниципаль берәмектәргә төҙөлөш материалдарын урындағы карьерҙарҙан алырға мөмкин буласаҡ, документтар менән ярҙам итеү бурысы Башҡортостан Хөкүмәтенә йөкмәтелде.
Оператив кәңәшмәлә ағас ултыртыу буйынса уҙғарылған акцияларға ла йомғаҡ яһалды. "Йәшел Башҡортостан " сиктәрендә 400 гектарҙа 1 миллион ярым үҫенте ултыртылған, Еңеү көнө айҡанлы бер нисә аллея ҡалҡып сыҡҡан. Кәңәшмәлә эш хаҡы буйынса бурыстар ҙа тикшерелде. Әле был күрһәткес 582 миллион һумдан ашып киткән, алдағы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, күберәк. Яңы мәғлүмәт сығанағы ла бар - "Инцидент" программаһы. Уның аша бурыслы яңы ойошмалар асыҡланған. Республика етәксеһе эш хаҡын ваҡытында түләү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барырға ҡушты.
Читайте нас: