Һөҙөмтәлә, сиратта торған икенсе кеше экранда картаны ҡуйырға һәм пин-кодты индерергә тигән яҙыуҙы күрә. Ошоларҙың барыһын да эшләгәс, бынан алдағы операция автоматик рәүештә тамамлана һәм кеше үҙенең аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Һаҡлыҡ банкында банкомат экранындағы мәғлүмәт менән ентекле танышырға, шикле кешеләрҙең булыу-булмауына иғтибар итергә кәңәш ителә.