+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2019, 11:00

БСТ каналында иртә һайын башҡорттар күпләп йәшәгән сит төбәктәрҙе сәләмләйбеҙ

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙе сәләмләй. Көн дә иртән "Сәләм, республика!" проектында Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүселәр эфирға сығасаҡ. Бөгөн тәүге тапшырыу Силәбе өлкәһенә арналды.

Әңгәмә барышында күрше төбәктең ете мөғжизәһе билдәләнде, шәхестәр исемлеге тулыланды, ниндәй ырыуҙар көн итеүе тураһында мәғлүмәт бирелде. "Сәләм, республика" проекты 5-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә ойошторолған. Бөгөндән башлап республиканың төп телеканалы Оло Башҡортостанда йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән йәнле аралашыу тәҡдим итә.
Әңгәмәгә һәр кем студияның тура эфир телефоны, йә ватсап каналы аша ҡушылырға мөмкин. Иртәгә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Туҡсоран башҡорттарын сәләмләйәсәк. Ырымбур өлкәһе менән әңгәмә иртәнге сәғәт 10-сы 5 минутта башлана.
Читайте нас: