+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2019, 10:49

Өфөлә «Башҡортостан өмөтө» исеме аҫтында һәләтле балаларҙың форумы үтте

Сараға Бөтә Рәсәй олимпиада-конкурстары еңеүселәре һәм призерҙары саҡырылды. Бөтәһе 300-ләп уҡыусы һәм уларҙың педагогтары. Улар араһында математиктар ҙа. физиктар ҙа, биологтар ҙа, химиктар ҙа, технологтар ҙа бар. Башҡортостан мәғарифының йөҙөк ҡашы булған һәләтле уҡыусылар менән хәбәрсебеҙ Рәмзиә Кәримова осрашты.

Тишә, ҡырлай, һырлай, быса. Борис Бобков уйлап тапҡан күп функциялы станок һәр оҫтахана өсөн алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Уның хатта, йәшерен тартмалары ла бар. Күп эш автоматлаштырылған. Бористың асышы технология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеүгә лайыҡ була.
Борис Бобков, технология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүсеһе: “Күп функциялы был станоктың мөмкинлектәре бик күп, уның ярҙамында таҡтала төрлө формалағы тишектәр яһарға мөмкин. Эш ҡоралдарын һаҡлау урыны ла бар. Мин уны бер нисә йыл дауамында эшләнем, тәүҙә ҡатмарлы һымаҡ ине, хәҙер эшләге генә килеп тора”.
Борис Бобков бөгөн һәләтле балалар форумында, был осрашыуға конкурс-олимпиадаларҙа еңеү яулаған 300-ләп бала саҡырылған. Белгестәр әйтеүенсә, педагог менән уҡыусы уртаҡ тел тапҡанда ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин.
Жанна Миңлекәйева, Башҡортостан мәғариф министрлығының бүлек етәксеһе: “Уҡытыусы баланың күңеленә асҡыс таба, уның һәләтен күрә, үҫтерә белә икән, тимәк, һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәйәсәк. Һәләтле балалар юҡ, тик уларҙы ваҡытында асыҡлау, яңы асыштарға дәртләндереү мөһим”.
Еңеү бер өлкәлә лә еңел генә бирелмәй. Һәр уңыш артында йылдар дауамындағы хеҙмәт, тынғыһыҙ эшмәкәрлек, эҙләнеүҙәр ята. Шуға күрә уның емеше лә татлы. Форумда ҡатнашыусылар шатлығын йәшермәй, хеҙмәтеңә лайыҡлы баһа алыу яңы асыштарға әйҙәй. Мәҫәлән, Өфөнән Әминә Шафиҡова хәҙер яңы кейем коллекцияһы әҙерләү теләге менән яна. Олимпиадаға ул халыҡ-ара фольклоридаға арналған өлгөләр әҙерләгән.
Рәсәй кимәлендә еңеүҙең өҫтөнлөктәре лә бар. Ул юғары уҡыу йорттарына ошо йүнәлеш буйынса конкурстан тыш уҡырға инеү мөмкинлеге аса. Бары тик сығарылыш имтихандарында үҙ кимәлеңде тағы бер иҫбатлау һәм 75-тән күберәк балл йыйыу талап ителә. Еңеүселәр был кәртәне еңел генә үтәсәгенә шикләнмәй, ил кимәлендәге олимпиадалар һынауҙар алдында ҡаушамаҫҡа өйрәтә, сыныҡтыра .
Читайте нас: