+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2019, 11:01

Күп ҡатлы йорт биләмәләрен төҙөкләндереүгә 1 миллиард 700 миллион һумлыҡ матди ярҙам биреләсәк

Республикала ниһайәт, "Башҡорт ихаталары" программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Өфөнөң Киров районында "Башҡорт ихаталары" программаһына старт бирелде. Дыуан бульвары, 22/1 йортонда йәшәүселәр тиҙҙән яңы асфальт юлдан йөрөйәсәк.

Подрядсы ойошма ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эште тамамларға йыйына, иң мөһиме ихатала йәшәүселәр төҙөкләндереү барышын үҙҙәре лә контролдә тотасаҡ.
Илгиз Миңлеғәлиев, идарасы компания директоры урынбаҫары: “Бөгөн газонда торған машина өсөн штраф һалына, шуға йортта йәшәүселәр менән һөйләшеп, эшләнә ҙур парковка урындары, юлдар киңәйтелә. Яңы бордюр һалына”.
Күрше ихатала ла шул уҡ юл мәсьәләһен хәл итеү бурысы ҡуйылған. Урындағы халыҡ билдәләүенсә, был үтә лә проблемалы участка. Яҡында социаль учреждениелар күп, шуға ихата эсендә йыш ҡына тығындар хасил була.
Лилиә Әбүзәрова, Дыуан бульвары, 24/1 йорт советы рәйесе: “Бер яҡтан мәктәп, икенсе яҡтан балалар баҡсаһы, өсөнсө яҡтан балалар поликлиникаһы. Унда иртә менән бөтәһе лә балаларҙы килтерә башлай, урын етмәй, ихата бәләкәй. Күптән ошо ихатаны киңәйтеү мәсьәләһе күҙ алдында тотола ине”.
Шул уҡ ваҡытта "Башҡорт ихаталары" республика программаһына ярашлы биләмәне йәшелләндереү бурысы ла ҡуйылған, урналар һәм эскәмйәләр ҡуйыласаҡ. Контейнер майҙансығы тәртипкә килтереләсәк. Был эштәрҙең башланыуы хаҡында белдереүҙәр ҡуйылған.
Илшат Мөслимов, Өфөнөң Киров районы буйынса торлаҡ хужалығы идаралығы директоры урынбаҫары: “30 июнгә тиклем эшләнеп бөтөргә тейеш беренсе этап буйынса. Бында Киров районы ике лотҡа бүленде. Береһе - "Иҫке Өфө". Күберәк йомшаҡ ҡатлам менән спорт һәм балалар уйын майҙансыҡтары һорайҙар”.
"Башҡорт ихаталары" программаһында ҡатнашыу өсөн милекселәргә дөйөм йыйылыш үткәреп, урындағы хакимиәткә заявка ебәрергә кәрәк. Күп ҡатлы йорт биләмәһен төҙөкләндереүгә артабан республика, муниципаль берәмек ҡаҙнаһынан аҡса бүленә. Фатир хужалары дөйөм сумманың 1 процентын ғына ҡаплай
Программа 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Ошо ваҡыт эсендә өс меңгә яҡын ихата төҙөкләндереү планлаштырылған, уларҙың 500-ө быйыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Әйткәндәй, ихаталар ҡаланың йөҙөн билдәләй. Шуға күрә программала халыҡтың күпләп ҡатнашырға теләүенә лә аптырайһы түгел.
Читайте нас: