Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2019 йылда республика ҡалаларында һәм райондарында «Һабантуй» халыҡ байрамын уҙғарыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.
Документҡа ярашлы, тәүге һабан байрамы 25 майҙа Стәрлетамаҡ районында ойошторола.
— 1 июндә Архангел, Баҡалы, Бөрө, Благовещен, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Өфө һәм Хәйбулла райондарында;
— 8 июндә — Әлшәй, Асҡын, Ауырғазы, Баймаҡ, Балтас, Балаҡатай, Белорет, Бишбүләк, Бүздәк, Борай, Дәүләкән, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Иглин, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Учалы, Федоровка, Саҡмағош, Шишмә, Шаран, Яңауыл райондарында, Күмертау ҡалаһында;
— 9 июндә — Благовар районында;
— 12 июндә — Өфө ҡалаһында;
— 15 июндә — Бәләбәй, Дыуан, Краснокама, Кушнаренко, Мәсетле, Мишкә райондарында;
— 22 июндә — Әбйәлил районында;
— 29 июндә Ишембай районында була.