Әммә тышҡы ҡиәфәтенән генә барыһын да белеү мөмкин түгел. Был 200 баш һыйыр Ҡырмыҫҡалы районына алыҫ Даниянан килтерелгән. Көтөүгә сығыр алдынан улар карантинда тотолған.
Анализдар бер нисә малда төрлө ауырыуҙар барлығын асыҡлаған. Ветеринарҙар әйтеүенсә, был сирҙәр малдарҙың үрсеүенә йоғонто яһауы , ҡайһы саҡта юҡҡа сығарыуы ла ихтимал. Хужалыҡтарҙың һәр һыйыр өсөн дәүләттән субсидия адыуын иҫәпкә алғанда ҙур юғалтыуҙарға алып килеүе мөмкин.
Сәләмәт малдарҙан хужалыҡ үрсем көтә. Тоҡомло һыйырҙар августа уҡ быҙауларға тейештәр. Үрсем яҡшырһа 2030 йылға тиклем һауым күләмен йылына миллион ярым литрға еткерергә иҫәп тотола.