+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Май 2019, 11:22

Быйыл Башҡортостан юлдарына 232 фото-видео теркәү камералары ҡуйыласаҡ

Комплекслы сара юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеп, аварияларҙы күпкә кәметер тип көтөлә. М-5 трассаһына ла өҫтәмә ҡорамалдар ҡуйыла. Ҡәтғи күҙәтеү аҫтына алынған участкалар хаҡында беҙҙең сайтта.

Башҡортостан федераль трассаларында теркәлгән юл транспорт ваҡиғаларында былтыр 105 кешенең ғүмере өҙөлгән, уларҙың унауһы йәйәүлеләр. Күңелһеҙ статистиканы кәметеү маҡсатында М5 трассаһында алты ер өҫтө үткәүеле төҙөү планлаштырылған. Тиҙҙән проектлау эше башлана.
Ә әлегә был автомобиль юлында сираттағы стационар видео теркәү комплексы ҡуйыла. Өфө районында, Силәбегә илткән 1474-се саҡрымда хәҙер водителдәргә күпкә иғтибарлыраҡ булыу талап ителә. Юғиһә, штрафтар киләсәк. Яңы ҡоролма юғары тиҙлектә йөрөүселәрҙе генә түгел, ҡаршы һыҙатҡа сығыусыларҙы, светофор сигналын иңҡар итеүселәрҙе лә теркәй. Яҡында ғына йәйәүлеләр үткәүеле, шуға был участка иң хәүефлеһе һанала.
Андрей Вольный, инженер: “Был комплекс юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын көндөҙ ҙә, төндә лә теркәй. Ҡараңғыла инфраҡыҙыл яҡтыртыу ярҙамында эшләй. Мәғлүмәттәр теүәл килһен өсөн ҡоролма ике йыл һайын тикшереү үтәсәк”.
М-5 федераль трассаһында тәүлегенә ҡырҡ меңдән ашыу автомобиль үтеүен иҫәпкә алғанда, стационар комплекстарҙың ҡуйылыуы - юлдағы хәүефһеҙлекте көсәйтер тип көтөлә. Тәүге камералар былтыр декабрҙә ҡуйыла башлаған.
Азамат Илембәтов, Федераль юл агентлығының "Приуралье" идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы: “Федераль программа буйынса 220 миллион һум аҡса бүленде. Башҡортостан федераль трассаларында 57 камера ҡуйылды. Улар 35 административ тәртип боҙоуҙы билдәләй ала. Бөтә түләнгән штрафтар республика бюджетына күсерелә. Камералар артыуы водителдәрҙе дисциплинаға һала”.
Йыл аҙағына тиклем Башҡортостан юлдарында тағы ла ике йөҙҙән ашыу фото-видео теркәү камералары ҡуйыласаҡ. Тимәк, юл хәрәкәте өлкәһендә административ тәртип боҙоуҙарҙы автомат рәүештә теркәүсе үҙәктең дә эше арта.Әлегә бында көнөнә ете меңдән ашыу хат яҙыла. Аҡ конверттар юл ҡағиҙәләрен иңҡар итеүсе водителдәрҙең почта йәшнигенә китә.
Динар Ғилметдинов, Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы етәксеһе: “Бөгөн камералар бар, әммә улар һорауҙың 16 процентын ғына яба. Ә юлдар Башҡортостанда 55 мең саҡрым. Ара ҙур. Шуға камералар ҙа күберәк кәрәк. Беҙ техник задание бирҙек, камералар тиҙлек арттырыуҙы ғына түгел, туҡталыш һыҙығын, светофорҙы һәм ҡаршы һыҙатҡа сығыуҙы ла теркәһен ине”.
Белгестәр авариялар күпләп теркәлгән урындарҙың картаһын да төҙөгән. Төбәктә 136 хәүефле юл участкаһы иҫәпләнә. Иң күп авариялар Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлында булыуы билдәле. Былтыр 70 юл-транспорт ваҡиғаһында ун һигеҙ кешенең ғүмере өҙөлгән. Күңелһеҙ осраҡтарҙың төп сәбәбе - хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең үтәлмәүе. Республика етәксеһе ғәйепле водителдәргә ҡарата яуаплылыҡты арттырыу кәрәклеген билдәләгәйне. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса юлдағы камералар дүрт тапҡырға күберәк ҡуйыласаҡ.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: “Вопросам безопасности дорожного движения в последнее время мы уделяем большое внимание. ДТП со смертельным исходом - это прежде всего большие человеческие трагедии, которые отнимают у нас родных и близких. Это важная государственная задача, которую мы должны решать. У нас есть потенциал сбить такое количество ДТП”.
Бөгөн һәр өсөнсө юл -транспорт ваҡиғаһы тап юл билдәһе булмағанға, йә күренмәгәнгә теркәлә. Проблеманы хәл итеү маҡсатында Башҡортостанда төбәк әһәмиәттәге юлдарҙың 2 мең ярым саҡрым участкаһына термопласт билдә һалынасаҡ. Ябай буяуға ҡарағанда, яңы материалдың файҙаланыу ваҡыты оҙағыраҡ. Өс йылға тиклем юйылмаҫҡа мөмкин. Шулай уҡ алдағы ике йылда Өфө-Стәрлетамаҡ юл участкаһын яҡтыртыу ҡорамалдары менән йыһазландырыу күҙаллана.
Читайте нас: