+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2019, 16:14

Башҡортостанда алты йыл эсендә 26 мең подъезд, 3 мең ихатаны төҙөкләндереү бурысы ҡуйылған

Республика программаларына ярашлы Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан күп ҡатлы йорттар һәм уларҙың биләмәләре тәртипкә килтерелә башланы. Архитектура урамы, 2-cе йорт милекселәре өсөн дә уңайлы йәшәү шарттары булдырыла.

Подъезд эсендә балта тауышы, подрядсы ойошма хеҙмәкәрҙәренә эске биҙәкләү эштәрен башлау өсөн стеналағы буяуҙы тиҙерәк алырға кәрәк. Проект буйынса бында баҫҡыс майҙансығындағы яндауырҙар, электр ҡорамалдары ла яңыртыласаҡ. Баш ҡаланың Архитектура урамындағы был биш ҡатлы йорт 1954-cе йылда күтәртелгән. Фатир хужалары бәхетенә, торлаҡта капиталь ремонт эштәре былтыр уҡ башланған.
Илвир Әһлиуллин: “Үткән йыл ҡыйыҡты яңынан яптылар. Тышҡы яғын эшләнеләр матурлап. Был өйгә күсеп сыҡҡанға йылдан ашыу ваҡыт үтте. Ҡыуанабыҙ, бик һәйбәт”.
Ҡыуанмаҫлыҡ та түгел, йорт егерменсе быуаттың архитектура ҡомартҡыһы һанала. Өфөнөң Черниковка биҫтәһе йөҙө. Ихата яғынан ҡарағанда ул күҙҙең яуын алырҙай тарихи объект. Шулай ҙа етешһеҙлектәр ҙә юҡ түгел. Урам яғынан балкондар емерек хәлдә. Күптән ремонт эшләрҙәр ине, рөхсәт кенә юҡ.
Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр бәхетенә, ихатала ла төҙөкләндереү эштәре башланған. Урында, тәү сиратта, юл мәсьәләһен хәл итеү, биләмәне йәшлелләндереү бурысы ҡуйылған.
График буйынса ихаталағы капиталь ремонт 30 июндә тамамланырға тейеш. Әммә подрядсы ойошма ваҡытынан алда, май аҙағында уҡ был эштәрҙе тамамларға ниәтләй. Әйткәндәй, проектҡа ярашлы урында балалар уйын майҙансығы барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ тиҙҙән гимнастика яһау, спорт менән шөғөлләнеү өсөн дә уңайлыҡтар булдырыласаҡ.
"Башҡорт ихаталары" программаһы алты йылға иҫәпләнгән, ошо ваҡыт эсендә өс меңгә яҡын ихатаны төҙөкләндереү планлаштырылған. Программаға эләгеү өсөн милекселәргә дөйөм йыйылыш үткәреп, урындағы хакимиәткә заявка ебәрергә кәрәк.
Читайте нас: