+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2019, 16:11

Башҡортостанда ауыл старосталары вазифаһы рәсмиләштерелә

Халыҡҡа иң яҡын власть. Ләкин һаман да закондан тыш. Старосталар, шул уҡ дәүләт оргадарының ҡулы етмәгән ерҙә, иң һөҙөмтәле эшләгән власть, әммә һаманға тиклем рәсмиләштерелмәгән. Ә бит старосталар институты илдә хәҙер - үткән быуат аҙғанынан тергеҙелә. Хәйер, старосталарҙың үҙҙәренә кәрәкмәй ҙә инде ул рәсми теркәлеү. Ниндәйҙер вазифа өсөн түгел, шул вазифа биләүселәрҙең битараф булыуына түҙә алмай дилбегәне үҙ ҡулына алғандарҙыр бит инде. Шулай ҙа ниндәйҙер дәртләндереү саралары булһа, эштәр тағы ла ең һыҙғанып башҡарылыр ине. Ошо арала был мәсьәлә ҡуйыртыла башланы ла, ләкин...

Фәймә Мирсәйет ҡыҙы Сыбаҡайҙа иң хөрмәтле кеше. Хәҙер инде тиҫтә йылдан ашыу староста вазифаһын башҡарған ханымды ауыл халҡы аяҡ үрә баҫып ҡаршы ала. Әйҙәүен, ниндәй ҙә булһа дөйөм эшкә өндәүен йәше лә, ҡарты ла кире ҡаҡмай.
Рим Ильясов, Сыбаҡай ауылында йәшәүсе: “Эште ойоштора, звонить итә,буш торған йорттар тирәһен дә тәртиптә тоторорға ҡуша. Староста булғас, алдан төртөп йөрөй, ул алдан йөрәгәс эш бара. Зыяратты тәртипкә килтерергә саҡыра, мәсет һалырға ла мулла менән бергәләп өндәй”.
Вилсон Юнысов, Сыбаҡай ауылында йәшәүсе: “Староста ҡаты ҡуллы кеше булырға тейеш. Ул үҙ артынан эйәртеүсе лидер ҙа”.
Балтика ауыл советы биләмәһенә биш ауыл ҡарай. Сыбаҡайҙа йәшәүсе халыҡ өсөн тынысмын, сөнки улар старостаның ныҡлы ҡанаты аҫтында, ти урындағы етәкселәр ҙә. Ауыл хакимиәтенең яңылыҡтарын еткереү, эшен теүәлләү йәһәтенән дә Фәймә ханымдың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ.
Венера Корунос, Балтика ауыл биләмәһе башлығы: “Мәсет һалдырырға тотоноуҙа, шишмәләрҙе һәм юлдарҙы тәртипкә килтереүҙә, газ үткәреүҙә минең төп ярҙамсым һәм уң ҡулым”.
Сыбайҡай ауылы старостаһы Фәйма Рәшитова йәмәғәт башланғысында эшләй. Ул ауылдың ойоштороусһы һәм абруйлы кешеһе. Атҡарған вазифаһы еңелдән түгел. Газ үткәреү, юл ремонтлау, шишмәләрҙе таҙатрыу, зыяратты тәртиптә тотоу, бәләкәй күперҙәр, балалар майҙансыҡтары, мәсет төҙөтөү, ҡыҫҡаһы, эше лә күп, халыҡты ла туплай белә.
Фәймә Мирсәйет ҡыҙы Рәшитова оҙаҡ йылдар район газетаһында хәбәрсе булып эшләгән. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә булған. Тормошта алған тәжрибәһе староста йөгөн тартыуға ярҙам ғына итә.
Фәймә Рәшитова, Иглин районы Сыбаҡай ауылы старостаһы: “Ҡулымдан бөтә әйбер ҙә килә. Газ үткәрер өсөн Миллерға тиклем барып еттем,ун йыл эшләйем, хәҙерге ваҡытта телевизорҙан старосталарға түләнмәйсәк тигәс, кәйефем ҡырылды,ҡалған старосталар бушҡа эшләргә теләмәҫтер”.
Республикала старосталар институты 2000 йылдан эш башланы. Бөгөн улар һаны 3 мең ярымдан арта. Баҡтиһәң, был эшмәкәрлек беҙҙең халыҡта элек-электән булған, уңышлы эшләгән. Башҡорттарҙа борондан ырыу, ҡор баштары булған. Халыҡ улар фекеренә таянған, өлгө алған. Быға Мәсетле районының Төпкилде ауылында үткән быуатта уҡ ауыл старостаһы булған Әҙимөхәммәт Мәжитовҡа һәйкәл асылыуы дәлил. Батша армияһында сотник булып хеҙмәт иткән. Хәрби хеҙмәттә ышаныслы, донъя эштәрендә сәмсел старостаны яҡташтары бөгөн дә хөрмәтләп иҫкә ала,
Әлеге старосталар иңендә лә йәмәғәтселекте ойоштороу , ауылды күркәмләндереү, тәрбиәүи саралар үткәреү бурыстары һалына. Халыҡ уларға үҙен борсоған һорауҙар менән дә мөрәжәғәт итә. Ауыл старостаһы урындағы үҙидара һәм граждандарҙы бәйләүсе звено булараҡ сығыш яһай. уларҙың эшмәкәрлеге урындағы властҡа ла ышанысты арттырырға тейеш. Ысынлап та, бер яҡтан ҡарағанда ул йәмғиәттең һәр бер ағзаһына яҡын тора кеүек , икенсе күҙлектән ҡарағанда- кадрҙар һәм финанс мәсьәләләре әлегә асыҡ ҡала.
Миҙхәт Гәрәев, Ҡырмыҫҡалы районы Арыҫлан ауылы старостаһы: “Берәй фонд булһа, эшләүе еңелерәк булыр ине. Төрлө саралар ойошторғанда матди сығымдар талап ителә. Гел генә халыҡтан аҡса йыйып булмай”.
Республикабыҙҙа старосталар эше йәнләндереләсәк. Был хаҡта документ парламенттың урындағы үҙидаралыҡ, граждандар йәмәғәтселеге институтын уҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш комитеты тарафынан ҡаралды. Дәүләт -Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе Контстантин Толкачев билдәләүенсә, ауылдарҙа йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусылар бар, тик уларға вазифа бүленмәгән. Староста урындағы власть вәкиле һәм халыҡ менән бергә һайланыла, ике йылдан биш йылға тиклем эшләйәсәк. Әммә ,хеҙмәт хаҡы түләнмәй. Документҡа ярашлы , уларҙы уҡытыу, конкурс үткәреү күҙаллана. Ҡоролтай депутаттары "Башҡортостан ауылдарында старосталар" хаҡындағы закон проектын 30 майҙа ҡараясаҡ.
Әммә түләнмәгән вазифала бушҡа матурлыҡ һәм тәртип булдырыға теләүселәр артырмы? Фәймә Рәшитова кеүек физик һәм рухи көсөн халыҡ мәнфәғәттәре өсөн фиҙа ҡылырға әҙер шәхестәр булырмы? Хәйер йәмәғәт эштәренә тотонғанда бит береһе лә аҡсаға өмөтләнмәгән. Үҙ теләге, намыҫ ҡушыуы буйынса тотонған.
Читайте нас: