Сәләмәтлек көндәре сиктәрендә халыҡ йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү буйынса бушлай табип тикшереүе үтә ала. Алтынсы йыл рәттән уҙғарылған сараға белгес кәңәше алырға килеүселәр ҙә байтаҡ. Быны ауырыуҙар күбәйеүе тип түгел, ә халыҡтың үҙ сәләмәтлегенә һаҡсыл ҡарай башлауы тип аңларға кәрәк, тип билдәләй табиптар.
Мәжит Нартайлаҡов, медицина фәндәре докторы, профессор: “Бөгөн 300-ҙән ашыу кеше бөйөрҙәрен күсереп ултыртҡан, 20 кеше бауырын, 20 кеше йөрәген. Шуларҙың ҡайһы берҙәре бөгөн бында иҫән-һау уйнап йөрөй”.