Бөгөн Рамаҙан айының 27 көнө- ҡояш байыу менән Ҡәҙер кисен ҡаршылайбыҙ. Ҡәҙер төнөн изгелектә, иманлы итеп үткәргән кешенең бөтә гонаһтары ла юйыла, ғәфү ителә, ти “Йома” һәм “Иман” тапшырыуҙарын алып барыусы Морат Лоҡманов. Тап ошо төндә Ҡөрьәндең тәүге өҙөктәре төшөрөлә башлаған.