+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Май 2019, 11:10

Баш ҡалала быйылғы һыу инеү миҙгеленә әҙерлек дауам итә

Ике көн дауамында муниципаль, төбәк һәм федераль кимәлдәге хеҙмәттәр вәкилдәренән торған комиссия халыҡ өсөн һыу буйҙарында ял зоналарының әҙерлеген тикшергән. Өфө ҡала хакимиәте ҡарарына ярашлы, баш ҡалала һыу инеү өсөн 7 рәсми зона билдәләнгән.

Тикшереү барышында комиссия ағзалары пляждарҙа тейешле документтар һәм кешеләрҙең хәүефһеҙ ялын тәьмин итеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар булыуына иғтибар иткән. Асыҡланған етешһеҙлектәрҙе арендаторҙарға тиҙ арала бөтөрөргә ҡушылған - рәсми рәүештә Өфөлә һыу инеү миҙгеле 1 июндә асыла.
Читайте нас: