+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2019, 13:21

Башҡортостан аграрийҙары яҙғы кампанияны тамамлай

Бүздәк хужалыҡтары сәсеү эштәрен теүәлләгән тиерлек. Быйыл бында 53 мең гектар майҙанда ашлыҡ сәселде. Хәҙер хужалыҡтар химик утау һәм баҫыуҙарға ашлама индереү менән мәшғүл. Ғәҙәттәгесә, ауыл эшсәндәре майлы культураларға иғтибар бирә.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рим Ноғоманов һөйләй.
Башҡортостан аграрийҙары яҙғы кампанияны тамамлай
Бөгөн Башҡортостандың тиҫтәнән ашыу районында һабантуйҙар үтә. Бүздәктә алдынғы ауыл эшсәндәрен һәм хужалыҡтарҙы 8 июндә тәбрикләйҙәр.
Читайте нас: