-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь 2019, 12:30

Рәсәй мәғарифты күҙәтеү хеҙмәте сирләгән балаларҙы имтихандарға ебәрмәҫкә саҡыра

Чебоксарҙа Берҙәм дәүләт имтиханында уҡыусының йөрәге туҡтағандан һуң федераль ведомство ата-әсәләргә ошондай мөрәжәғәт менән сыҡты. Белгестәр фекеренсә, һынауҙар уҡыусыларҙан көсөргәнеш талап итә, ә сәләмәтлеге ҡаҡшаған балаларҙың уны күтәрә алмауы ихтимал. Ата-әсәләр иһә уҡыусыларҙы алдан уҡ әҙерләү, ҡурҡытмау яҡлы. Күңелдә ышаныс тойғоһо булғанда кәртәләрҙе еңеү еңелерәк.

Әбйәлилдән Зарема Әбдрәхимованың һәр дәресе методик ҡулланма һымаҡ, ул тикшерелгән эш алымдарын да, заманса технологияларҙы ла әүҙем файҙалана. Ишҡол мәктәбендә уҡытҡан педагог ваҡыт менән иҫәпләшеп тормай, һәр уҡыусы менән айырым шөғөлләнә, балаларҙы һынауҙар алдында ҡаушамаҫҡа, үҙҙәренә ышанырға өйрәтә. Тырышҡандарға уңыш та йылмая, район, республика олимпиадаларында еңеү, Берҙәм дәүләт имтиханында юғары баллдар. Ябай ауыл мәктәбендә белем биргән Зарема Рәхмәт ҡыҙының уртаса һөҙөмтәләре республика буйынса алып ҡарағанда иң юғарыларҙан, ул уҡытҡан класстарҙа 85-90 балл йыйыу ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Тәжрибәле уҡытыусы фекеренсә, иң мөһиме - балаларҙы яратыу, бәләкәй генә уңыштарын да күреү, дәртләндереү.
Бала күңеле һиҙгер, улар үҙҙәрен яратҡанды, ышанғанды тиҙ тоя. Шуға күрә Зарема Әбдрәхимованың уҡыусылары һынауҙарҙы ла еңел үткәрә. Берҙән, төплө белем менән бер ниндәй имтихан да ҡурҡыныс түгел, икенсенән алдан уҡ конкурс-олимпиадаларҙа ҡатнашыу сыныҡтыра, юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтә.
Ҡыҙғанысҡа күрә, барлыҡ педагогтар ҙа бала яҙмышы, уның киләсәге өсөн яуаплылыҡты тулыһынса тоймай. 9 синыфтан һуң насарыраҡ өлгәшкәндәрҙән ҡотолоу, ә 11-се синыфта имтиханды минең предметтан һайламағыҙ тип талап ҡуйыу ҙа күҙәтелә. Ә база имтихандарын ғына биргәс уҡыу йорттарына барып булмай. Фәйрүзә Хәкимованың улы ла ауыл мәктәбендә белем ала, уҡыуҙан артыҡ ыратмаһа ла, спортта уға етеүсе булмай. Сығарылыш синыфы еткәс педагогтар малайға профилле имтихандарҙы һайламаҫҡа ҡуша, әммә ғаилә үҙенсә хәл итә.
Ата-әсәләр фекеренсә, уҡытыусылар араһында балаларҙы айырып ҡараусылар ҙа бар. Һин аҡсаң булһа ғына кеше. Репетитор яллап булһа ла имтихандарҙы тапшырасаҡһың, йә коммерция нигеҙендә булһа ла уҡырға инәсәкһең. Йәғни, мәктәпкә плюс өҫтәйһең. Мәғариф ветераны Ҡасим Әлибаев фекеренсә, хәҙер күп белем усаҡтарында һөнәри йүнәлеш биреү аҡһай, һәр балаға шәхсән ҡараш етмәй, булған һәләттәрен асыҡлау, үҫтереү тәжрибәһе онотола. Барлыҡ ҡиммәтәр аҡса менән баһалана.
Һәр кеше буй-һыны, холоҡ-фиғеле менән генә түгел, һәләте менән дә айырыла. Ижади баланың спортта ыратмауы, теүәл фәндәрҙе үҙ иткәндең һүҙгә һаран булыуы, теле оҫталарҙың ябай ғына һүрәтте лә төшөрә алмауы ихтимал. Ә өлкәндәргә ни бары йүнәлеш биреү, ышаныс уятыу талап ителә. Ата-әсәләр фекеренсә, иһә күп осраҡта киреһенсә килеп сыға. Баланың өмөтө һүрелә, ышанысы юғала. Психологик яҡтан нығынып та етмәгән балаға ата-әсәләр яғынан да, уҡытыусыларҙан да баҫым яһала.
Берҙәм дәүләт имтиханы ҡурҡыныс түгел, Зарема Әбдрәхимованың уҡыусылары ошо ысынбарлыҡты йыл һайын үҙ миҫалында иҫбатлай. Педагогтың һөнәрен яратыуы, бар күңелен һалып эшләүе һәм балаларҙа ышаныс тыуҙырыуы иң бейек үрҙәрҙе лә еңел яуларға булышлыҡ итә.
Читайте нас: