Әлегә туҡталыштарҙы кондукторҙар әйтеп бара. 1-се Өфө автотранспорт предприятиеһы автобустары баш ҡала, ҡала яны буйынса рейстарҙа һәм Иглин, Учалы райондарында мәктәп уҡыусыларын йөрөтә. Ойошма көн һайын 60 мең тирәһе пассажир ташый. Билет хаҡы 25 һум торһа, банк картаһы менән иҫәпләшкәндә ул 20 һум.
Пассажирҙар ташыуҙа хәүефһеҙлек өсөн киләсәктә һәр автобусҡа видеокамера ҡуйыу күҙаллана. Автобустар көн һайын йыуыла. Таҙалыҡ һәм бөхтәлек социаль транспорт төрөндә беренсе урында. Һуңғы ваҡытта ҡала транспортындағы ыңғай яҡҡа үҙгәрештәрҙе пассажирҙар ҙа билдәләй. Улар ДОК-Шаҡша, ДОК-Максимовка йүнәлеше буйынса маршруттар булдырыу яҡлы.