+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2019, 11:16

Быйыл республикала йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә 1 миллиард 400 миллион һум аҡса бүленгән

"Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Бөрө ҡалаһы һәм Бишбүләк районында ла халыҡҡа ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн яңы урындар барлыҡҡа киләсәк. Төҙөлөш эштәре барышы менән беҙҙең сайтта танышығыҙ.

Яһалма резиналы ҡатлам түшәлгән майҙанда бейеү үҙе бер кинәнес. Бөрө медицина-фармацевтика колледжы студенттары "УМНИКУМ" мәҙәни-мәғариф үҙәге биләмәһендә башланған төҙөкләндереү эштәрен ҡыуанып ҡаршылай. Тиҙҙән спорт һөйөүселәр сағыу төҫтәргә бүленгән участкаларҙа воркаут, мини-футбол, баскетбол менән шөғөлләнә аласаҡ. Балаларға айырым уйын майҙансығы булдырыу ҙа ҡаралған.
Алина Зараева, Бөрө ҡалаһында йәшәүсе: “Бөрөбөҙ матурлана, күреүегеҙсә, беҙ бейебеҙ, күңел асабыҙ. Оҙаҡламай спорт менән шөғөлләнергә булыр һәм балаларға уйнарға”.
Комплекс биләмәһен төҙөкләндереү эштәре былтыр уҡ башлана, юл һалына, эскәмйәләр, урналар ҡуйыла. Быйыл төп баҫым участканы йәшелләндереүгә йүнәлтелгән. Ылыҫлы ағастар ултыртыла. Ғөмүмән, Бөрө үҙәгендә "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Проекттың дизайнын билдәләүҙә урындағы халыҡ та әүҙем ҡатнашҡан.
Николай Баранов, Бөрө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары: “Былтыр 18 мартта ҡала халҡы тауыш биреү һөҙөмтәһендә федераль программаға ярашлы төҙөкләндереләсәк биләмәне һайлағайны. Финанс ярҙам яҡынса 11 миллион һум тәшкил итте, шулай уҡ муниципалитеттан да аҡса бүленде”.
Проектҡа ярашлы урында яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыу, тротуар ҡатламын яңыртыу планлаштырылған. Әлегә йәшелләндереү эштәре менән бер рәттән биләмә ҡойма менән уратыла башлаған
Подрядсы ойошма вәкилдәре төҙөкләндереү эштәрен көҙ тамамларға ниәтләй. Бында киләсәктә ғаилә менән ял итеү урыны булыр тип көтөлә. "Умникум" үҙәгендә бөгөн балалар киберспорт, роботехника һәм бейеү түңәрәктәрендә әүҙем шөғөлләнә, шуға биләмәнең абруйын арттырыу маҡсаты ла ҡуйылған. "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһына ярашлы, республикала 142 йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырылған. Бөгөнгә 19 парк-скверҙа эштәр башланған.
Николай Елников, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры кәңәшсеһе: “Федераль программа буйынса илдең төҙөлөш министрлығы республикаға 1 миллиард 400 миллион һум аҡса бүлде. Финанслау күләме уҙған йыл менән сағыштырғанда, яҡынса өс йөҙ миллион һумға күберәк. Был аҡса заявка, сметалар буйынса муниципалитеттарға йүнәлтелде. Әйтәйек, быйыл Өфөлә Ҡашҡаҙан һәм Тулҡын паркттарын төҙөкләндереү ҡаралған”.
Бишбүләк районы үҙәгендә йәшәүселәргә лә уңыш йылмая. Былтыр ҡола яланда парк төҙөлөшө башланған. Ул халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнер тип көтөлә. Тиҙҙән бында фонтан урғыласаҡ. Әлегә подрядсы ойошма тарафынан тротуар, бордюрҙар һалына.
Артур Ғәлиев, Бишбүләк районы хакимиәте башлығы урынбаҫары: “Проектты эшләнек 12 миллион һумға, экпертиза үттек. Әкренләп эшләп бөтөрбөҙ тип уйлағайныҡ. беҙгә уңыш йылмайҙы тип әйтергә була. Элек "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһына миллион һум ғына бүленә ине, быйыл сумма ун тапҡырға күберәк”.
Ауыл үҙәгендә төҙөлөш эштәренең башланыуына бигерәк тә үҫеп килгән быуын ҡыуана. Бында балалар өсөн уйын майҙансығы ҡороласаҡ, йүгереү һәм велосипелта йөрөү өсөн юл һалыу ҡаралған. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ярашлы былтыр футбол майҙансығына ер ҙә тигеҙләнгән. Яҡында ғына физкультура һауыҡтырыу комплексы, балалар баҡсаһы, шуға парктта ял итергә, спорт менән шөғөлләнергә теләүселәр ҙә күп буласаҡ.
Илмира Шәрифуллина, Бишбүләк ауылында йәшәүсе: “Малай йөрөй хоккейға, ғаилә менән бассенға йөрөйбөҙ. Велосипедта йөрөргә айырым майҙансыҡ көтәбеҙ”.
Урындағы халыҡ билдәләүенсә, ҡасандыр ташландыҡ хәлдә булған биләмә көндән-көн танымаҫлыҡ итеп үҙгәрә. Киләсәктә парктта мәҙәни саралар ойоштороу күҙаллана. Концерттар, күргәҙмәләр үтәсәк. Эшҡыуарҙарға аттракционадар уҙғарыу өсөн дә майҙандар бүлеү ҡаралған.
Читайте нас: