+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Июнь 2019, 11:11

Республика ҡотҡарыусылары яңы янғын һүндереү машиналары алды

Автоцистерналар Нефтекама ҡалаһының Әмзә ҡасабаһына, Базилевкаға, Учалы районы Миндәк ауылына оҙатылды. "Урал" ауыр йөк ташыусы машинаһы нигеҙендә йыйылған техникалар 8 мең литрҙан ашыу һыу һыйҙырыуға иҫәпләнгән техникалар янғын һүндереүҙән тыш, юл-транспорт ваҡиғаларында һәм кешеләрҙе бейеклектән ҡотҡарыу ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Хаҡы-6 миллион ярым самаһы.

Рәсүл Исламов, Учалы районы Миндәк ауылы янғындан һаҡлау отряды командиры: “Беҙҙең машина 1983 йылғы ине, ул яҡшы техник торошта ине, янғын һүндереү машинаһын яҡшы итеп ҡулланған өсөн беҙгә яңы машина бүлделәр”.
Өфө районының Шамонин ауылы янғын һүндереү часендә автомобиль асҡыстарын тапшырыу тантанаһында йыл һайын төбәккә ошондай 13 машина алынасаҡ, тип билдәләнде. Һөҙөмтәлә 2030 йылға Башҡортостанға 170 ашыу техника ҡайтарыласаҡ.
Фәрит Ғүмәров, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе: “131 янғын һүндереү машинаһы алынасаҡ, 25 баҫҡыстар һәм 10 беренсе ярҙам күһәтеү машиналары алынасаҡ, күп бала тәрбиәләгән ғаиләләргә янғындан иҫкәртеү ҡорамалдары ҡуйыласаҡ”.
Читайте нас: