Йәй. Ҡояш. Яҡшы кәйеф. Балалар ихлас күңел аса. Уҡыу йылын тамамлаған балалар яңы тәҫьораттар кисерә. Баш ҡаланың "Связист" лагеренда ял итеүсе малай-ҡыҙҙар бер-береһе менән танышып өлгөрөп, саф һауала бейеүҙәр өйрәнә, спорт уйындарын уйнай
Әле лагерҙа 200 бала ял итә, йәй аҙағына тиклем 1000-дән ашыу малай-ҡыҙ көс туплап ҡайтыр тип күҙаллана. Һауыҡтырыу учреждениеһында балалар ижад, спорт, музыка менән шөғөлләнергә, дуҫтары менән аралашырға ваҡыт таба.
Әлбиттә, балалар күпләп йыйылған урында өлкәндәрҙең төп маҡсаты - хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү. Учреждение етәкселеге ял итеүселәрҙе ҡабул иткәнгә тиклем СанПин нормаларын тапшырған. Малай-ҡыҙҙарҙы тәүлек әйләнәһенә видеоҡоролма күҙәтә.
Рифҡәт Уразбахтин, "Связист" балалар лагеры директоры: “Беҙҙең лагерҙа балалар яҡшы итеп ял итһен өсөн бөтә шарттар булдырылған. Йәрәхәтләнеү осраҡтары булмаҫ тип ышанабыҙ. Шулай уҡ, беҙҙә һауыҡтырыу хеҙмәттәре лә бар, малай-ҡыҙҙар медицина процедуралын да үтә ала. Массаж, физиотерапия лагерь табиптары яуаплылығында”.
Лагерҙа балалар артынан 18 йәше тулған вожатыйҙар ғына ҡарарға хаҡлы. Бәлиғ булмаған үҫмерҙәр ирекмән булараҡ ял ойоштороуҙа ҡатнаша ала, әммә улар мәҙәни саралар, уйындар өҫтөндә генә эшләй ала. Быйыл Башҡортостанда йәшәүсе 400 меңгә яҡын бала шифахана һәм лагерҙа ял итәсәк. Өлкәндәрҙең бурысы малай-ҡыҙҙарҙың каникулын хәүефһеҙ, файҙалы һәм күңелле итеп ойоштороу.