Бәйләргә, сигергә һәм башҡа ҡул эштәренә өйрәтеү көндәлек тормоштоң бер өлөшө генә. Социаль приют хеҙмәткәрҙәре иңендә ата-әсә ҡарауынан мәрхрүм ҡалған балаларҙы оло тормошҡа әҙерләү бурысы ята. Ә был маҡсатҡа йөрәгең тулы һөйөү, күңелең тулы изгелек булғанда ғына өлгәшергә мөмкин. Подгороное ауылындағы социаль приют тәрбиәсеһе Гөлдәр Рәхимова фекеренсә, балалар яһалмалылыҡты тиҙ тоя.
Ләлә Фәттәхова иһә Йомағужа ауылындағы ҡарттар йортонда эшләй. тәжрибәле белгес фекеренсә, һәр кешегә айырым мөнәсәбәт булыуы мөһим. Өлкәндәр йыш ҡына сирләп ала, әммә күп осраҡта уларға дарыу түгел йылы һүҙ, яҡты ҡараш талап ителә. Шәфҡәт туташы әйтеүенсә, хәҙер эш шарттары еңеләйә, ваҡытты күберәк аралашыуға бүлергә мөмкин.
Үҙ эшенең оҫталарына бөгөнгө тантаналы йыйылышта дәүләт наградалары, дипломдар, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр төрлө райондарҙан килгән, улар араһында өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә бар. Әммә һәммәһен дә уртаҡ сифат бәйләй, был кешеләр кеше ҡайғыһына битараф түгел, улар кешенең ҡайғы-хәсрәтен үҙ йөрәге аша үткәрә белә, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
Социаль хеҙмәткәрҙәр ҡурсалауға мохтаждарҙың, тормош һынауына дусар булғандарҙың проблемаһын үҙ өҫтөнә ала, ярҙам ҡулы һуҙа. Башҡортостандың тәжрибәһе тотош илгә өлгө булып тора. Бәләкәй генә миҫал, Өфөләге "Үҫмер" социаль ҡунаҡхана проектын киләсәктә тотош илгә таратыу ҡарала.
Юрий Мельников, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы: “Республикала миллиондан ашыу кеше төрлө социаль ярҙам ала, 300 мең тирәһе граждан йәшәгән ерендә, стационарҙарҙа, баллар йорттарында, приюттарҙа хеҙмәтләндерелә. Беҙ яңы эш алымдарын әүҙем ҡулланабыҙ, мәҫәлән дәүләт-шәхси партнерлығы системаһын индереү уңышлы бара”.
Социаль өлкәгә миллиардтарса һум аҡса йүнәлтелә, йыл һайын төрлө ҡануни документтар ҡабул ителә. Белгестәр әйтеүенсә, хәҙер эшләүе күпкә еңел, социаль ярҙам адреслыраҡ була бара. Әммә хеҙмәтләндереүҙең сифаты тәү сиратта ошо өлкәлә эшләгән кешеләрҙең һөнәри оҫталығына, күңел торошона бәйле.
Социаль хеҙмәткәр Рәсәй өсөн сағыштырмаса яңы һөнәр, ул 90 йылдарҙа ғына барлыҡҡа килә. Әммә бөгөн беҙҙең йәмғиәтте был хеҙмәттән башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Социаль хеҙмәткәрҙәр тормош һынауына дусар булған, яҡлауға мохтаж өлкәндәр өсөн дә, балаларға ла яҡын кешегә әйләнгән. Был һөнәр эйәләрен табиптарға тиңләргә мөмкин, улар күңел яраларын дауалап ауыр хәлдә ҡалған кешеләрҙә йәшәүгә көс, дәрт һәм өмөт уята.