+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь 2019, 12:12

Башҡортостанда тиҙ боҙола торған аҙыҡ-түлеккә ҡарата баҙар ҡағиҙәләре үҙгәрә

Етештереүселәргә кире ҡайтармаҫҡа, ташларға. Бөгөндән тиҙ боҙола торған продукция өсөн сауҙа селтәрҙәре яуаплы. Быға тиклем һаҡлау ваҡыты 30 көнгә тиклем булған аҙыҡ-түлек һатылмаһа, етештереүселәргә өҫтәмә сығымдар янай ине. Хәҙер баҙар ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. Тема дауамы беҙҙең сайтта.

Башҡортостандың икмәк предприятиелары көн һайын магазин кәштәләрен өс йөҙ тоннанан ашыу продукция менән тулыландыра. Әммә эре сауҙа селтәрҙәрендә ассортименттың бай һәм мул булыуы арҡаһында етештереүселәр күп осраҡта отола торғайны. Һаҡлау ваҡыты үткәндән һуң, һатылмаған икмәк уларға кире ҡайтарылды. Ә бит боҙолған ризыҡты, хатта, шөкөрә итеп киптереп булмай. Ҡалдыҡтар артабан мал аҙығы итеп ебәрелә ине. Өфөнөң 21-се икмәк заводы ғына өс йөҙгә яҡын кибет менән килешеү төҙөгән. Заказдар күп, бушҡа эшләргә генә яҙмаһын.
Рим Әхмәҙиев, Өфөнөң 21-cе икмәк заводы етәксеһе: “Көнөнә бер тонна продукция бешерәбеҙ. Төрлөсә була, ҡайһы бер магазиндар бер процент ҡайтара, икенсе магазин 8 процент. Бөгөнгө көндән яңы закон инде беҙгә. Продукция кире ҡайтмаясаҡ”.
Етештереүселәр бәхетенә, бөгөндән кибеттәр яңы ҡағиҙәләр буйынса эшләй. Ниһайәт ауыл хужалығын үҫтереү һәм сауҙа эшмәкәрлеген дәүләт яғынан көйләү закондарына индерелгән үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде. Хәҙер икмәк продукцияһынан тыш, һаҡлау ваҡыты 30 көнгә тиклем булған аҙыҡ-түлек өсөн дә тик сауҙа селтәрҙәре яуаплы. Тиҙ боҙола торған тауар һатылмай икән, етештереүсегә кире ҡайтарылмай, ә акт буйынса иҫәптән сығарыла башлай.
Магазин кәштәләрендә әлегә һөт ризыҡтарының ниндәйе генә юҡ. Хатта, күҙҙәр ҡамаша. Уларҙың күбеһе бер аҙна эсендә боҙолоуы мөмкин. Шуға тауар артынан етди күҙәтеү. Нисек кенә булмаһын, етешһеҙлек табылһа, сауҙа нөктәһенең абруйына кире йоғонто яһауы ихтимал.
Регина Хөснөтдинова, сауҙа нөктәһе хеҙмәткәре: “Көн һайын продукцияның һаҡлау ваҡытын тикшерәбеҙ. Ҡулланыу ваҡыты үтергә тейеш түгел. Иғтибарлы булырға кәрәк. Әгәр һатып алыусынан ялыу килһә, беҙгә штраф һалына”.
Һатыуға яраҡһыҙ продукция утилләштерелергә тейеш. Ошо маҡсатта махсус автохужалыҡ менән килешеү төҙөлгән. Уға ярашлы улар аҙнаһына бер, боҙолған тауарҙы килеп ала. Һыуытҡысҡа ҡарап ниндәй аҙыҡ-түлеккә ихтыяж булыу-булмауҙы төҫмөрләргә мөмкин.
Эшҡыуарҙар яңы талаптар буйынса эшләргә әҙер. Тик магазиндар ассортимент сәйәсәтен үҙгәртеүе ихтимал. Йәғни заказдар яһағанда халыҡ күпләп һатып алған тауарға өҫтөнлөк биреләсәк. Төп маҡсат - өҫтәмә сығымдарҙы булдырмау.
Елена Кислицына, Башҡортостан сауҙа ассоциацияһының башҡарма директоры: “Бер ай дауамында аналитика эше алып барыласаҡ, уның һөҙөмтәләре буйынса продукцияның ҡайһы төрҙәре рентабелле булыуы билдәләнә. Сауҙа селтәрҙәре кәштәләрҙә үтемле позицияларҙы ғына ҡалдырыр тип көтөлә. Шулай ҙа магазиндарҙа тиҙ боҙола торған аҙыҡ-түлеккә дефицит көтөлмәй”.
Аҙым һайын сауҙа нөктәләре булғанда, һатып алыусы өсөн көрәш тә көндән-көн көсәйә. Шуға күрә законға индерелгән үҙгәрештәр продукция хаҡына ла тәьҫир итмәйәсәк тип күҙаллана. Әйткәндәй, документ ҡабул ителгәнгә тиклем инициатива авторҙары магазинда һатылмаған барлыҡ аҙыҡ-түлекте етештереүселәргә ҡайтармаҫҡа саҡырғайны. 30 көн эсендә боҙола торған продукцияла туҡталыу - ике яҡ өсөн дә ҡулайлы ҡарар булараҡ ҡалдырыла.
Читайте нас: