+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июнь 2019, 17:55

Дәүләкәндәр иң яҡшыларын һайланы

Беренсе һәм икенсе урынды 3-сө башҡорт гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусылары Эвелина Йомағолова (һулда) һәм Элина Турышева(уңда) еңеүсе булды.

Эвелинаның фотоһы иң яҡшыһы тип танылды-ул матур Дим буйын төшөргән. Уның эше 400 тауыш йыйҙы! Элина Ярыштау тауын төшөрөп ебәргән, уға йәштәр ҡарап һоҡлана. Был эштә ул 320 тауыш йыйған.
Өсөнсө урынды Суйынсы мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Евгений Куликов алды, уның фотоһын 80 кеше ҡараған. Фотола Хотимля ауылындағы быуа, яр буйында теҙелеп үҫкән ағастар, артҡы яғында күкрәп үҫкән ағастар һүрәтләнгән.
Һәр һүрәттә ҡатнашыусылар Дәүләкән еренең матурлығын ғына түгел, кесе тыуған иленә һөйөүен күрһәткән.Тауыш биреүселәрҙең фекерҙәре менән редакция хеҙмәткәрҙәре фекерҙәре тап килде.
Конкурста биш ҡала мәктәбе: 3-сө башҡорт гимназия-интернатынан-8 ҡатнашыусы, 4-се лицейҙан һәм 5-се гимназиянан берәр ҡатнашыусы, икәү-лицей-интернаттан һәм өс конкурсант 7-се мәктәптән. Шулай уҡ конкурсҡа Суйынсы мәктәбенән өс уҡыусы, уҡытыусы Р.Р. Сәхибгәрәева фото ебәргән. Уларҙың фотоларында районда яҙ миҙгеле һүрәтләнгән.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, 18 конкурсант тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте район гәзитенең киләһе һанында уҡый алаһығыҙ.
Читайте нас: