-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июнь 2019, 16:52

«Берҙәмлек» фестивале Әлшәй һабантуйында

Ауыл эшсәндәренең яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға арналған байрамын быйыл сит ил артистарының сығыштары биҙәне. Һабантуй майҙанында тиҫтәгә яҡын илдән килгән коллективтар-Ҡаҙағстан, Македония, Чили, Шри-Ланка, Белорусия, Сенегал вәкилдәре концерт ҡуйҙы. Әлбиттә, һабан байрамының төп хужалары-ялан батырҙары ла тәбрикләнде.

Ауыл эшсәндәренең яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға арналған байрамын быйыл сит ил артистарының сығыштары биҙәне. Һабантуй майҙанында тиҫтәгә яҡын илдән килгән коллективтар-Ҡаҙағстан, Македония, Чили, Шри-Ланка, Белорусия, Сенегал вәкилдәре концерт ҡуйҙы. Әлбиттә, һабан байрамының төп хужалары-ялан батырҙары ла тәбрикләнде.
Әлшәй һабантуйы быйыл төрлө телдәрҙәге йыр-бейеүҙәрҙән яңғырап тора. Халыҡ сит ил ҡунаҡтарының сығышын ҡарарға, фото төшөргә ашыға. Әммә бөтәһе лә яҡшы аңлай, һабантуйҙың төп хужалары көндө-төнгә ялғап эшләгән ялан батырҙары. Алдынғы ер хужаларын тәбрикләү байрамдың иң тантаналы өлөшө. Әлшәйҙәр өсөн йыл айырыуса уңышлы килгән, тәүге элиталы орлоҡтар сәселгән, минераль ашламалар ҡайтарылған, юғары төшөмлө культураларҙың майҙаны киңәйтелгән. Яҙғы сәсеүҙе тиҙ арала атҡарып сыҡтыҡ, ти әлшәйҙәр.
Һабантуйҙың төп биҙәге-бил бирмәҫ батырҙар көрәше, ат ярышы. Әлшәйҙәр көрәште балалар һәм өлкәндәр араһында айырым үткәрә. Быуындар бәйләнеше булырға тейеш, ти улар. Майҙан буйлап уҡтай алға атылған аттарға тыныс ҡына ҡарау мөмкин түгел, сабыш тоҡомло һәм башҡорт аттары араһында үтә. Быйыл тәүге тапҡыр аттарҙы туғарып егеү буйынса ла конкурс үтте. Тиҙ арала арбаға йөктө лә тейәп өлгөрөү һәм 1 мең 600 метр араны беренсе булып үтеү мөһим. Кем етеҙ һәм тилбер шул еңеүсе.
Ялан буйлап теҙелгән тирмәләрҙә иһә төбәк халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, боронғо көнкүреш әйберҙәрен күрергә мөмкин. Аҫалы балаҫтары менән дан тотҡан әлшәйҙәр һабантуй майҙанын да үҙенсәлекле ҡул эштәре менән биҙәгән.
Сит ил ҡунаҡтары һабантуйҙы оло кинәнес һәм ҡыҙыҡһыныу менән тамаша ҡылды. Ҡаҙағстан вәкилдәре әйтеүенсә, уларҙа ла ошондай йыйындар йыш үтә. Уйғыр егеттәре Башҡортостанға бай йөкмәткеле, сағыу программа әҙерләп килгән.
"Берҙәмлек" фестивале быйыл ун бишенсе тапҡыр үтә, ошо ваҡыт эсендә ул етмеш илдән өс йөҙҙән ашыу талантлы артисты берләштергән. Быйыл Башҡортостан халҡы алдында туғыҙ сит ил коллективы сығыш яһай. Сәхнә оҫталары иртәгә Благовар районы һабантуйында ла ҡатнашасаҡ.
Читайте нас: