-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь 2019, 14:24

Өфө 12 июндә өсләтә байрамды хәмерһеҙ билдәләй

Бөгөн рәсәйҙәрҙе ҡыҫҡартылған эш көнө көтә, ә иртәгә, 12 июндә, ил Рәсәй көнөн билдәләй.

Бөгөн рәсәйҙәрҙе ҡыҫҡартылған эш көнө көтә, ә иртәгә, 12 июндә, ил Рәсәй көнөн билдәләй. Башҡортостандың баш ҡалаһы шулай уҡ 445-се тыуған көнөн һәм Салауат Юлаевтың 265 йыллығын байрам итә. Һабантуй көндәрендә (документтарҙа 12 июнь тап шулай яҙылған) спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу тураһында республика законының үҙ көсөнә инеүенә бәйле, өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өс байрамды ла хәмерһеҙ үткәрә.
Иртәгә Өфө агломерацияһы магазиндарында, супермаркеттарҙа спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, яңы законға ярашлы, Башҡортостанда һабантуй көндәрендә, Һуңғы ҡыңғырау байрамында (25 майҙа), Белем көнөндә (1 сентябрҙә) һәм Йәштәр көнөндә (27 июндә) алкоголь һатыу тыйыла.
Читайте нас: