Башҡортостанда базалы математика, география һәм әҙәбиәт буйынса берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды, тип хәбәр итә республика Мәғариф министрлығы.
7 098 уҡыусы базалы математиканы тапшырған. Уларҙың 47,3%, йәғни 3 357-һе «бишле» алған.
798 сығарылыш уҡыусыһы әҙәбиәттән һынау тотҡан, ике уҡыусы имтиханды 100 балға яҙған.
521 кеше географиянан тест һорауҙарына яуап биргән, өсәүһе йөҙ балл алған.