Аҡса өсөн бәхәс оло фажиғәгә килтерҙе. Йәкшәмбе кис Өфөлә теркәлгән ғәҙәттән тыш хәлдә 25 йәшлек водитель һәләк булды, ә уның эргәһендә ултырған пассажир ҡыҙ ауыр тән йәрәхәте менән дауаханаға оҙатылды. Ҡот осҡос ваҡиғаның сәбәбен тәфтишселәр бурысҡа алынған аҡса менән бәйләй. Улар фекеренсә, ҡыҙыу бәхәстән һуң Андрей исемле егет мылтыҡтан аҡса биреүсе танышының автомобиленә ҡарата ут асҡан. Терәп тигәндәй атыуҙы күҙ уңында тотҡанда, фажиғә ҡорбаның бер нисек тә ҡотолоу мөмкинлеге булмай. Теманың дауамы беҙҙең киләһе репортажда.
Был кадрҙар йәшен тиҙлегендәй бар донъяға таралды. Руль артында ултырған Рәсүл исемле егет үлемесле яраланған. Төбәп атылған ике пуля уның муйынына эләккән. Ә бына Кристинаны Хоҙай, күрәһең, үҙе аралаған. Ашығыс ярҙам килеп еткәнсе уға тәүге медицина ярҙамын осраҡлы кешеләр күрһәтә.
Ғәҙәттән тыш хәл кеүәҫ һатыусы Рәзинә Шәрипованың күҙ алдында теркәлгән. Тәүҙә ул ҡорал тауышын фейерверктан аталарҙыр тип уйлаған. Әммә эштең ниҙә булыуын һиҙеү менән шунда уҡ боҫоп ултырырға мәжбүр булған. Был ваҡытта ул кемдеңдер автомобиль тәҙрәһен ватыуын, һуңынан капотҡа менеп һикерә башлауын күргән.
Һәләк булған Рәсүл исемле егет нефтсе һөнәрен үҙләштереп һуңғы йылдарҙа Ярославлдә эшләп йөрөгән. Күптән түгел генә өйөнә ялға ҡайтҡан булған. Фажиғә көнөндә ул бала саҡта бергә уйнап үҫкән Кристина менән осрашҡан. Һуңынан ҡыҙҙы Дмитриевка ауылына оҙатып китеп барғанда уларҙың юлын "Тойота" автомобиле ҡыйып ултырған.
Кристинаның ғүмере өсөн әлеге ваҡытта табиптар көрәшә. Операция мәлендә хирургтар уның тәнендә бер пуля ярсығы тапҡан. Уңышлы үткәрелгән әмәлиәт киләсәккә ышаныс менән ҡарарға мөмкинлек бирә, ти аҡ халатлылар.
Ә бына ауыр енәйәттә ғәйепләнеүсе ҡылынған енәйәттән һуң ҡасырға маташҡан. Әммә эргәлә ултырған таксистар һәм полиция хеҙмәткәрҙәре килеп етеп, уны ҡулға алған. Тикшереү барышында кеше ғүмерен ҡыйыусының Өфө эргәһендәге Миловка ауылынан булыуы асыҡлана.
Андрей исемле егетте күршеләре лә, уҡытыусылар ҙа ыңғай яҡтан ғына баһалай. Ул тәүҙә урындағы мәктәптә уҡыған, һуңынан автотранспорт колледжында белем алған. Яҡшы ғаиләлә тәрбиәләнгән егеттең шундай енәйәттә ғәйепләнеүенә педагогтар бер нисек тә ышанмай.
Тәфтиш комитеты 25 йәшлек егеткә ҡарата ике һәм унан күберәк кешене үлтерергә маташыу статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Әлегә билдәле булыуынса, танышының ғүмерен ҡыйыусы ирҙең һуңғыһы алдында бурысы булған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса был бурыс 60 мең һум самаһы тәшкил иткән. Тимәк, ҡорал ҡулланыусы өсөн кеше ғүмере шунса сумма менән баһалана.