0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июнь 2019, 11:27

Башҡортостанда ауыл уҡытыусыларының 600 мең һум алыу мөмкинлеге бар

Башҡортостанда ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар булдырылды.

Башҡортостанда ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар булдырылды.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, 2019 йылдың 1 июленән һәр береһе 600 мең һум күләмендәге 100 грант булдырыла.
Указ менән гранттар биреү буйынса республика комиссияһы төҙөлгән, уның составы һәм гранттар тураһында положение раҫланған. Башҡортостан Хөкүмәтенә гранттар түләү тәртибен билдәләү бурысы йөкмәтелгән.
Гранттарға дәғүә итеүселәр конкурсында ике йылдан ашыу ауыл ерендәге (халҡы 10 меңдән артмаған) белем биреү ойошмаларында эшләгән 35 йәшкәсә уҡытыусылар ҡатнашырға хоҡуҡлы. Уларҙы дөйөм белем биреү ойошмалары һәм мәғариф идаралыҡтары тәҡдим итә. Документтарҙы тапшырыу ваҡыты — йыл һайын 1 авгусҡа тиклем.
Читайте нас: