Бер нисә көн элек Андрей Буяк Көньяҡ автовокзал янында һунар мылтығынан автомобилгә ут асты. Водитель ваҡиға урынында уҡ һәләк булды, ә уның юлдашы 25 йәшлек ҡыҙ ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылды. Ҡот осҡос фажиғә тотош ил халҡын тетрәтте. Бөгөн Октябрь районы судында енәйәттә ғәйепләнеүсе был ауяһыҙ аҙымға этәргән сәбәптәр тураһында һөйләне.
Андрей Буяк күп һанлы камераларҙан йөҙөн йәшерә. Әммә матбуғат хеҙмәткәрҙәренә енәйәт сәбәптәр тураһында әйтеп ҡалырға ла ашыға. Был аҙымға аҡса таптырыуҙары этәрҙе ти ул. Суд залында енәйәттә ғәйепләнеүсе, Рәсүл Абдрахманов һәм уның Бәҙретдинов фамилиялы иптәше менән университеттағы имтихан тапшырғаны өсөн аҡса түләү тураһында килешеүе булыуы тураһында ла һөйләп бирҙе.
Суд алдында Андрей Буяк үҙен тыныс тота, һорауҙарға ла аныҡ һәм ышаныслы яуап бирә. Имтихандар менән мәсьәләне аҡса өсөн хәл итергә һүҙ бирҙеләр. Әммә мин баш тартҡас улар янай башланы, ғаиләмде борсоно. Алдан һөйләшелгән сумманы таптырҙылар тип билдәләне ир. Ғәйепләнеүсенең телмәрен тыңлағандан һуң тәфтишселәр суд эскәмйәһендәге егетте ике айға һаҡ аҫтына алыу талабын ҡуйҙы. Район прокуратураһы, зыян күреүсе тарафтың адвокаты тәфтиш комитеты идаралығы ҡарарын хупланы.
Судья бөтә тарафтарҙы тыңлағандан һуң тәнәфес иғлан итеп фекер алышыу бүлмәһенә йүнәлде. Ярты сәғәтттә һуң ул ҡарарын иғлан итте.
Буяк һәм уның адвокаты судьяның фекере менән килешмәне. Ғәйепләнеүселәр өй арестына өмөт иткән. Кеше ғүмерен ҡыйыусы фекеренсә, ут асыу берҙән-бер дөрөҫ юл булған.
Бөгөн яҡындары Рәсүл Абдрахмановтың һуңғы юлға оҙатты. Уның менән бер автомобилдә китеп барған Кристина Терентьева әле дауаханала. Табиптар уның ғүмеренә ҡурҡыныс янамай тигән фекерҙә. Аяуһыҙ ҡан ҡойош йәкшәмбе кисендә теркәлһә лә социаль селтәрҙә ваҡиға буйынса фекер алышыуҙар һаман тынмай. Тәфтиш комитеты идаралығы ике статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.