+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июнь 2019, 12:31

Рәсәйҙә "маткап" ҡулланыу тәртибе үҙгәрҙе

11 июндә илебеҙҙә икенсе йәки унан һуң тыуған балалар өсөн түләнгән әсәлек капиталы ҡулланыу шарттары үҙгәрҙе - бының тураһындағы хөкүмәт ҡарары үҙ көсөнә инде.

11 июндә илебеҙҙә икенсе йәки унан һуң тыуған балалар өсөн түләнгән әсәлек капиталы ҡулланыу шарттары үҙгәрҙе - бының тураһындағы хөкүмәт ҡарары үҙ көсөнә инде.
"Маткап" буйынса ипотеканы ҡаплау РФ Үҙәк банкына буйһонған банктарҙа ғына мөмкин буласаҡ.
Шулай уҡ әсәлек капиталын кредит ҡулланыусылар кооперативында йәки ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативында торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә йүнәлтергә мөмкин. Уларҙың теркәлеү ваҡыты өс йылдан ашыу булырға тейеш.
Бала тыуған өсөн аҡсаны элеккесә торлаҡ һатып алыу, төҙөү йәки ремонтлау өсөн ҡулланып була. Хәҙер был процедуралар ябайлашты: төҙөлөшкә рөхсәт күсермәһе урынына планлаштырылған объекттың билдәләнгән үлсәмләргә ярашлы булыуы тураһында документ күсермәһен тапшырыу ҙа етә.
Читайте нас: