-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июнь 2019, 17:07

Республикала эшһеҙлек пособиеһы 6400 һумдан ашҡан

Башҡортостанда эшһеҙлек пособиеһының уртаса күләме майҙа 6 428 һум йәки эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән 68,7% булған.

Башҡортостанда эшһеҙлек пособиеһының уртаса күләме майҙа 6 428 һум йәки эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән 68,7% булған. Сағыштырыу өсөн: апрелдә республика эшһеҙҙәре уртаса 5 909 һум алған.
«Быйыл майҙа төбәктә халыҡтың 30,8%, — минималь, ә 37,3% максималь күләмдә эшһеҙлек пособиеһын алған», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда эшһеҙҙәр Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттарына ярашлы 86,3 мең кеше тәшкил итә. Уларҙың 23 меңдән күберәге — рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр.
Ағымдағы йылдың беренсе кварталында эшсе көстәрҙе һайланма тикшереү мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны — 1,9 миллион самаһы.
Читайте нас в