+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2019, 18:45

Башҡортостан Башлығы вазифаһына тағы бер кандидат өҫтәлде

“Рәсәй патриоттары” партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында Рәфис Ҡадыров кандидат итеп күрһәтелгән.

“Рәсәй патриоттары” партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында Рәфис Ҡадыров кандидат итеп күрһәтелгән. “Бер нисә фирҡә кандидат булырға тәҡдим итте. Мин “Рәсәй патриоттарын” һайланым”, тип белдергән “Эхо Москвы” радиоһына биргән интервьюһында Рәфис Ҡадыров. Башҡортостанда ул “Восток” банкының элекке етәксеһе булараҡ билдәле. 2016 йылда Рәфис Ҡадыров Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа ла ҡатнашты. Республика Башлығы вазифаһына әлегә 7 кеше дәғүә итә.
Башҡортостан Башлығы вазифаһына тағы бер кандидат өҫтәлдеБашҡортостан Башлығы вазифаһына тағы бер кандидат өҫтәлде
"Берҙәм Рәсәй"ҙән һайлауҙа Радий Хәбиров, КПРФ-тан Юнир Ҡотлоғужин, "Ғәҙел Рәсәй" партияһынан Юрий Игнатьев ҡатнаша. "Рәсәй пенсионерҙар партияһы"нан Владимир Кобзев һайлауҙа ҡатнашыуға документтар тапшырған. ЛДПР фирҡәһе Дәүләт Думаһы депутаты Иван Сухаревты рәсми рәүештә Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат итеп күрһәтте. “Яблоко” партияһы хоҡуҡ яҡлаусы һәм юрист Зөлфиә Ғайсинаны тәҡдим итте. Һайлау тураһында кодекс буйынса, партия тәҡдим иткән кандидаттар ғына һайлауҙа ҡатнаша ала. Башҡортостан Башлығы 8 сентябрҙә һайлана.
Читайте нас: