+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2019, 12:52

Республика клиник дауаханаһында кеше организмынан хирургик юл менән сығарылған экспонаттар күргәҙмәһе эшләй

Ҡаҙаҡтар, теш щеткаһы һәм батарейка. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының эндоскопия бүлегендә кеше организмынан хиругик юл менән сығарылған сит предметтар стенды күптәрҙе аптырауға һала.

Ҡаҙаҡтар, теш щеткаһы һәм батарейка. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының эндоскопия бүлегендә кеше организмынан хиругик юл менән сығарылған сит предметтар стенды күптәрҙе аптырауға һала. Эскпонаттар араһында бәләкәй шешә, асҡыс, ҡалаҡтар ҙа бар. Уларҙың күбеһе рәшәткә артындағылар, психиатрия дауаханалары пациенттарының организмында табылған.
Шулай уҡ энә һәм еп менән эш иткән тегенселәр ҙә күңелһеҙ осраҡтарға йыш тарый. Белгестәр билдәләүенсә, иң ҙур хәүеф балалар араһында күҙәтелә. Шуға тын юлдарына эләккән сит предметты сығарыу өсөн тиҙ ярҙамды ваҡытында күрһәтә белеү мөһим.
Фирҙәүес Абдрахманова, Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы хеҙмәткәре: “Был стендҡа утыҙ йыл. Беҙ элдек уны халыҡ күрһен тип, иғтибарлы булһындар өсөн. Бигерәк тә балалар бәләкәй әйберҙәрҙе, аҡса, тинлектәрҙе йоттоуы ихтимал. Шуға ата-әсәләр иғтибарлы булһын ине”.
Читайте нас: