+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2019, 19:03

Башҡортостанда йолаға әүерелгән Журналистар фестивале Ҡырмыҫҡалы районында ойошторола

«Журфест-2019» 26 июндә Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Тауһеңер ауылы янында була.

«Журфест-2019» 26 июндә Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Тауһеңер ауылы янында була.
«Үҙеңдең республикаңды бел!» — быйылғы фестивалдең темаһы шулай атала. Сара Башҡортостандың 100 йыллығына һәм республиканың Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арнала.
Фестиваль барышында түңәрәк өҫтәлдәр һәм дискуссиялар ойошторола, уларҙа киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге белгестәр, республикала билдәле блогерҙар ҡатнаша. Эксперттар киң мәғлүмәт сараларында эске туризмды күрһәтеүҙең заманса технологияларын, төбәк киң мәғлүмәт сараларының һөҙөмтәлелеген арттырыу алымдарын һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшерә.
Сара ҡунаҡтарының «Мәргән уҡсы» фестивалендә ҡатнашыусыларҙың сығыштарын ҡарау мөмкинлеге бар, һуңынан теләгән һәр кем өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Шулай уҡ милли аш-һыуҙы тәмләп ҡарау ойошторола. Унда федераль, республика, район һәм ҡала баҫмалары, телевидение, радио, интернет-берләшмәләр вәкилдәре ҡатнаша.
Байрам сәғәт 11-ҙә башлана. Фестивалдә ҡатнашыу өсөн киң мәғлүмәт сараһын, ҡатнашыусының исем-шәрифен һәм бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәрен күрһәтеп, Башҡортостан Журналистар берекмәһенең электрон адресына [email protected] ғариза ебәрергә кәрәк.
Журналистар һабантуйын ойоштороусы булып Башҡортостандың Журналистар берекмәһе сығыш яһай.
Читайте нас: